Г. М. Бериев исемендәге Таганрог авиация фәнни-техник комплексы

ЕАЙ « Г. М. Бериев исемендәге авиация фәнни-техник комплексы» (ТАНК им. Г. М. Бердиева) — Таганрогта урынлашҡан авиация төҙөү кәсепханаһы.

1934 йылдың 1 октябрендә ДУАП № 244/260 Бойороғо буйынса Таганрогта 31-се авиация заводында Үҙәк диңгеҙ самолеттар төҙөү конструкторлыҡ бюроһы төҙөргә ҡарар ителә. Баш конструкторы булып инженер Г. М. Бериев тәғәйенләнә.

Предприятиеның төп һынауҙар базаһы -Таганрог-Көньяҡ аэродромы.

Тарих

КОР-1 (Бе-2)
Бе-П-200

ҮКМ МС эшмәкәрлеге МБР-2 гидросамолеттарын М-17 моторы менән сериялы етештереү һәм КОР-1 корабль разведчигын иҫәпләп эшләүҙән башланып киткән. МБР-2 гидросамолеттарын күпләп етештереү № 31 заводында башланып китә, шунда уҡ ҮКМ МС төҙөлә. КОР-1 разведчигын эшләү менән бер рәттән МР-2 самолетын яңыртып төҙөү ҙә алып барыла. Уларға яңы М-34, М-107 двигателдәре, экипаж өсөн ябыҡ кабина һәм самолеттың тышҡы формаларын яҡшыртыла, пассажирҙар һәм йөк ташыу самолеттары варианттары башҡарыла. Ғөмүмән алғанда, 1940 йылға тиклем 1365 бындай пассажирҙар һәм йөк МП-1 һәм МП-Т машиналары төҙөлә. Был машиналар илдең төп диңгеҙ авиацияһы самолеттарын тәшкил итә. 1938 йылда был самолетта летчиктар М. Раскова, П. Осипенко һәм В. Ломако Севастополь — Киев — Түбәнге Новгород — Архангельск маршруттары буйынса иң алыҫҡа осоу буйынса 6 халыҡ-ара рекорд ҡуялар.

1935 йылда ҮКБ алыҫ диңгеҙ разведчиғы МР-5 эшләүҙе бик уңышлы итеп алып бара, тик был машинаны сериялап сығармайҙар, сөнки был ваҡытта И. В. Четвериковтың МДР-6 конструкцияһы әҙер булған. 1938 йылда яңы МБР-7 гидросамолеты сығарыла башлай, ләкин машинаны һынау ваҡытында ике самолет ватылыу сәбәпле был эш туҡталып ҡала.

Милекселәр һәм етәкселек

Төп кәсепхана акционерҙары: фәнни-етештереү концерны «Иркут» , ААЙ "«Сухой» Авиация холдинг компанияһы «Сухой» .

Бөгөн Г. М. Бериев исемендәге ТАНТК башында Ю. В. Грудинин тора.

Эшмәкәрлеге

Хәҙерге ваҡытта Бе-200 (Корпорацияһы Иркут), Бе-103 (Амурҙағы Комсомольск авиация етештереү берләшмәһе) сығарыла.

Кәсепхана директорҙары

  • 1973—1985 йылдар — И. Е. Есауленко

Шулай уҡ ҡара

  • Роберт Людвигович Бартини
  • Рәсәй авиация заводтары исемлеге

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар