Давиденкова Евгения Фёдоровна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Һөнәр төрө невролог, генетик, табип
Заты ҡатын-ҡыҙ
Вафат булған урыны
Тыуған көнө 8 октябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) или 1902[1]
Вафат булған көнө 1996[1]
Тыуған урыны

Евгения Фёдоровна Давиденкова (8 октябрь 1902 йыл1996) — медицина генетикаһы өлкәһендә совет ғалимы, медицина фәндәре докторы (1955), СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1963). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1983).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгения Федоровна Давиденкова 1902 йылда Санкт-Петербургта тыуған.

1927 йылда Иркутск дәүләт университетының медицина факультетын тамамлай, Улан-Удэ ҡалаһының дауалау-профилактика учреждениеларында невропатолог булып эшләй. 1934 йылдан 1937 йылға тиклем — СССР Медицина фәндәре академияһының Эксперименталь медицина институтында аспирант була. ИЭМ. 1937 йылдан 1955 йылға тиклем Ленинград табиптарҙы камиллаштырыу институтында невропатология кафедраһының ассистенты булып эшләй. 1948 йылдан 1952 йылға тиклем нейроинфекцияның — ике тулҡынлы менингоэнцефалиттың яңы формаһын өйрәнеүҙә әүҙем ҡатнаша һәм 1952 йылдан 1955 йылға тиклем полиомиелитҡа ҡаршы тере вакцинаның клиник апробацияһы буйынса СССР Медицина фәндәре академияһы Эксперименталь медицина институтының вирусология бүлегендә эшләй[2][3].

1955 йылда «Диэнцефальная эпилепсия» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1955 йылдан 1972 йылға тиклем — дипломдан һуң белемдең Санкт-Петербург медицина академияһында нервы ауырыуҙары кафедраһы мөдире һәм бер үк ваҡытта 1961 йылдан — СССР Медицина фәндәре академияһының медицина генетикаһы лабораторияһы мөдире. 1963 йылда Е. Ф. Давиденкова СССР Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана, уға медицина генетикаһы буйынса академик төркөм бирелә, уның менән ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем етәкселек итә[3]. Е.Ф. Давиденкова тарафынан СССР-ҙа тәүге тапҡыр хромосомалы ауырыуҙарҙың йышлығының популяцион тикшереүе үткәрелә, хромосомалы ауырыуҙарҙың һәм уның варианттарының классик формаларына характеоистика бирелә, енси хромосомаларҙың һәм аутосомаларҙың төрлө аномалиялары һүрәтләнә, организмдың индивидуаль үҫешендә Х-хромосоманың айырым участкаларының роле асыҡлана, бер нисә күп генлы ауырыуҙарҙың (мускул дистрофияһы, дорсион дистония, гепатолентикуляр дегенерация, гомоцистинурия) патогенезы тасуирлана, полиген ауырыуҙарына (диабет, ҡан-тамыр патологияһының ҡайһы бер формалары) нәҫелдән-нәҫелгә килгән бирешеүсәнлек буйынса һәм лейкоз генетикаһы, шулай уҡ аномаль геном эксперссияһының механизмдары буйынса тикшереүҙәр үткәрелә[2].

1996 йылда Санкт-Петербургта вафат була, Богослов зыяратында ерләнгән[4].

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Крестовникова В. А. Диэнцефальная эпилепсия: Клинико-экспериментальные исследование / Ленинград : [б. и.], 1953 г. - (Военно-морская медицинская академия. Серия 1; Вып. 14)
  • Крестовникова В. А. Диэнцефальная эпилепсия: (Припадки при поражении подбугровой области в клинике и эксперименте) / Ленинград : Медгиз. Ленингр. отд-ние, 1959 г. — 292 с.
  • Крестовникова В. А. Клиника и генетика лейкозов / Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1973 г. — 175 с.
  • Крестовникова В. А. Клиническая генетика / Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1975 г. — 431 с.
  • Крестовникова В. А. О наследственности / Москва : Медицина, 1975 г. — 63 с.
  • Крестовникова В. А. Наследственные факторы в развитии церебральных инсультов / Москва : Медицина, 1976 г. — 151 с.
  • Крестовникова В. А. Медико-генетическое консультирование в системе профилактики ишемической болезни сердца и инсультов / Ленинград : Медицина. Ленингр. отд-ние, 1979 г. — 199 с.
  • Крестовникова В. А. Наследственность и здоровье человека / Л. : Ленингр. орг. о-ва "Знание" РСФСР, 1985 г. — 32 с.
  • Крестовникова В. А. Генетика сахарного диабета / Ленинград : Медицина : Ленинградское отделение, 1988 г. — 159 с. — ISBN 5-225-00109-2

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Дәүләт премияһы (1983 — «Кеше хромосомаһының нормала һәм патологияла булыуы буйынса тикшереү эштәре циклы өсөн»)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Davidenkova, Jevgenija Fedorovna // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 Давиденкова Евгения Фёдоровна. Большая медицинская энциклопедия. Дата обращения: 8 март 2020.
  3. 3,0 3,1 3,2 Давиденкова Евгения Фёдоровна: университет в лицах. СПбГПМУ. Дата обращения: 8 март 2020.
  4. Давиденкова Евгения Федоровна (8.10.1902 - 1996). Медицинский некрополь. Дата обращения: 8 март 2020.
  5. Давиденкова Евгения Фёдоровна. Российская Государственная библиотека. Дата обращения: 8 март 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 6: Гипотиреоз — Дегенерация. — 1977 г. — 632 с.