Давид Гильберт
Давид Гильберт | |
---|---|
David Hilbert | |
Тыуған көнө | 23 ғинуар 1862 |
Тыуған урыны | Велау, Пруссия |
Вафат көнө | 14 февраль 1943 (81 йәш) |
Вафат урыны | Гёттинген, Германия |
Ил | Герман империяһы, Веймар республикаһы, Өсөнсө рейх |
Ғилми даирәһе | Математика |
Эшләгән урыны | Гёттинген университеты |
Альма-матер | Кёнигсберг университеты |
Ғилми дәрәжәһе | Архитектура[1] |
Ғилми етәксеһе | Фердинанд фон Линдеман[d][2] |
Уҡыусылары | Вильгельм Аккерман[d], Рихард Курант[d], Хеке, Эрих[d] и Отто Блюменталь[d] |
Ниндәй өлкәлә танылған | Формализм Функциональ анализ Гильберт мәсьәләләре |
Награда һәм премиялары | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Дави́д Ги́льберт (нем. David Hilbert; 23 ғинуар 1862 йыл — 14 февраль 1943 йыл) — немец универсал-математигы, математиканың күп өлкәләре үҫешенә байтаҡ өлөш индереүсе. 1910—1920 йылдарҙа (француз ғалимы Анри Пуанкаре үлгәс) донъя математиктары лидеры булып таныла. Гильберт математика фәненең күп йүнәлештәрендә фундаменталь тикшереүҙәр үткәрә[3].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҫмер сағы һәм уҡыуы
Пруссияла Кенисберг ҡалаһы тирәһендәге Велау ҡалаһында (һуғыштан һуң Калининград өлкәһенең Знаменск ҡасабаһы) судья Отто Гильберт ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә тағы ла бер бала — Давидтың һеңлеһе Элиза үҫә.
1880 йылда егет Вильгельм гимназияһын (Wilhelm Gymnasium) тамамлай һәм шундуҡ Кёнигсберг университеына уҡырға инә, бында ул Герман Минковский һәм Адольф Гурвиц менән дуҫлашып китә. Улар бергәләп оҙайлы «математик йөрөүҙәр» ойоштора, төрлө фәнни пробемаларҙы сисеү буйынса бәхәсләшәләр; һуңғараҡ Гильберт бындай йөрөүҙәрҙе студенттары менән үткәрә[4].
1885 йылда Гильберт инварианттар теорияһы буйынса диссертацияһын яҡлай, уның фәнни етәксеһе Линдеман була, ә киләһе йылда Кенисбергта математика профессоры булып китә (1892 йылдан — ординар профессоры). Лекцияларға Гильберт бик ентекле әҙерләнә һәм тиҙҙән бик яҡшы уҡытыусы абруйын яулай[5].
1888 йылда Гильберт «инварианттар теорияһының төп теоремаһы» тип һаналған «Гордан проблемаһын» сисеүгә өлгәшә һәм инварианттарҙың ниндәй булһа ла системаһы өсөн базисы булыуын раҫлай (Гордан үҙе бинар формалары өсөн теореманың шәхсән осрағын ғына иҫбатлай алған). Гильберттың асышы тәнҡиткә дусар ителә, сөнки ул базистың булыуын иҫбат итә, әммә нисек уның төҙөү мөмкинлеген күрһәтә алмай; шулай булыуға ҡарамаҫтан, Гильберттың инварианттар теорияһындағы асышы уны Европа математиктары араһында иң алдынғылар рәтенә сығара[6].
1892 йылда Гильберт Кет Ерош (Käthe Jerosch, 1864—1945) менән никахлаша. Киләһе йылда уларҙың берҙән-бер Франц исемле улдары тыуа (1893—1969), ул аҡылға зәғиф булып тыуа[7].
Гёттинген (1895—1915)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1895 йылда Феликс Клейн саҡырыуы буйынса Һильберт Гёттинген университет ына күсә һәм кафедраны биләй, уға тиклем әлеге кафедраны Карл Фридрих Гаусс һәм Бернгард Риман биләйҙәр Гильберт ошо вазифала 35 йыл дауамында эшләй, ғүмеренең аҙағынаса тиклем тиерлек. 1897 йылда уның алгебра һандары теорияһы буйынса «Zahlbericht» («Һандар тураһында отчет») исемле классик монографияһы донъя . Артабан Һильберт ғәҙәттәгесә тикшеренеүҙәренең тематикаһын ҡәтғи рәүештә үҙгәртә һәм 1899 йылда «Геометрия нигеҙҙәре» исемле хеҙмәтен нәшер итә. 1900 йылда Икенсе Халыҡ-ара математик конгресында Гильберт хәл ителмәгән егерме өс проблеманың исемлеген билдәләй, был исемлек бөтә ХХ быуат дауамында математиктар өсөн бер эш йүнәлеше була. Пуанкаре һәм башҡа интуционистар менән бәхәскә инеп, Гильберт шулай уҡ ҡыҫҡаса үҙенең фәнни философияһын асып һала. Ул ниндәй булһа ла математик проблемаһы хәл ителә ала, тип һанай һәм физиканы аксиомлаштырыуға күсергә саҡыра [8].
1902 йылдан алып Гильберт —"Mathematische Annalen" исемле иң абруйлы математик журналы мөхәррире. 1910-сы йылдарҙа Гильберт хәҙерге рәүештәге функциональ анализ төшөнсәһен индерә, ул Гильберт арауығы тигән исем ала. Әлеге теория математикала ғына түгел, башҡа тәбиғәт фәндәрендә файҙалы булып сыға, мәҫәлән, квант механикаһында, физик кинетикаһында[9].
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғандан һуң Гильберт Германия ғәскәрҙәренә теләктәшлек белдергән «туҡһан өс манифестына» ҡул ҡуйыуҙан баш тарта, ҡул ҡуйғандарҙың араһында Вильгельм Вин, Феликс Клейн, Филипп Ленард, Вальтер Нернст, Макс Планк, Вильгельм Рентген кеүек бик билдәле ғалимдар була. Ошондай уҡ интернациональ позицияла Гельберт бөтә һуғыш дауамында тора. Мәҫәлән, 1917 йылда ул, бер нәмәгә ҡарамай, француз математигы Гастон Дарбуның некрологына үҙенең ҡултамғаһын ҡуя. Уның ҡыйыу аҙымы лайыҡлы баһалана, һуғыштан һуң уның абруйы төшмәй, киреһенсә, 1928 йылда Болоньела Һигеҙенсе математик конгресында уны оҙайлы овациялар менән ҡаршы алалар[10][11].
Һуңғы йылдары (1915—1943)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1915 йылда Гильберт Эйнштейнға консультация бирә һәм Эйнштейн тигеҙләмәһен сығарыу буйынса ярҙам күрһәтә.
1920-се йылдарҙа Гильберт һәм уның мәктәбе үҙ көстәрен математиканы формаль-логик аксиоматик дәлилләүҙе төҙөүгә йүнәлтәләр. 1930 йылда, университеттың Уставына ярашлы, 68-йәшлек Гильберт отставкаға китә, әленән-әле студенттарға лекциялар уҡыуын дауам итә (1933 йылға тиклем). Гёделдең ике теоремаһы (1931) Гильберт өсөн көтөлмәгән сюрприз була, сөнки математика нигеҙҙәренә формаль-логик аксиоматик ҡарашы перспективаһыҙ икәне билдәләнә. Шулай ҙа Гильберт бошонмай һәм ошолай тип белдерә: « Һәр теория өс үҫеш фазаһын үтә: хәйләһеҙ, формаль һәм киҫкен».
Германияла национал-социалистар власҡа килгәндән һуң, университет эштәренән алыҫлашып, Геттингенда йәшәй. Арий ата-бабалары булмаған күп кенә коллегалары илдән ҡасып китергә мәжбүр булалар, шул иҫәптән уның яҡын дуҫтары Герман Вейль һәм Пауль Бернайс. «Немец математикаһы» исеме аҫтында йәмғиәт төҙөлә, уны әүҙем нацистар Людвиг Бибербах һәм Теодор Фален етәкләй, улар интуционистар яҡлы була һәм күпселек теорияһын кире ҡаға (бәлки, йәһүд символдары арҡаһындалыр[12]. Бер тапҡыр нацист мәғарифы министры Бернхард Руст Һилберттан һорай: «Хәҙер, йәһүд йоғонтоһонан азат булғандан һуң, математика Геттингенда ниндәйерәк хәлдә?» Гильберт кәйефһеҙ генә: « Гёттингенда математикамы? Ул хәҙер юҡ» (нем. …das gibt es doch gar nicht mehr)[13].
1934 йылда Гильберт Бернайс менән берлектә «Математика нигеҙҙәре» монографияһының беренсе томын нәшер итә. Ике йыл үткәс, Герхард Генцен ысынлап та трансфинит индукцияһы ярҙамында арифметика ҡаршылыҡһыҙлығын дәлилләй, ошоноң менән процесс сикләнә. Математик логикаһына формаль-логик ҡараш бик мөһим өлөш булып инә, әммә, дөйөм алғанда, Гильберттың өмөттәрен аҡламай.
Гильберт Геттингенда 1943 йылдың 14 февралендә вафат була.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вейль Г. Давид Гильберт и его математическое творчество. // Математическое мышление. — М.: Наука, 1989. — С. 214—256. — ISBN 5-02-013910-6
- Визгин В. П. Релятивистская теория тяготения (истоки и формирование. 1900—1915 гг.). — М.: Наука, 1981. 352 с.
- Констанс Рид. Гильберт. — М.: Наука, 1977.
- Паршин А. Н. Давид Гильберт и теория инвариантов // Историко-математические исследования. — М.: Наука, 1975. — № 20. — С. 171—197.
Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Биография в архиве Mac Tutor (инг.)
- Информация на сайте ИС АРАН
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11855090X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
- ↑ Давид/ Гильберт Давид — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
- ↑ Стиллвелл Д. Математика и её история. — Москва-Ижевск: Институт компьютерных исследований, 2004, стр. 413—415.
- ↑ Касадо, 2015, с. 22—24
- ↑ Касадо, 2015, с. 19—22
- ↑ Констанс Рид, 1977, Глава XVII
- ↑ Касадо, 2015, с. 52—53
- ↑ Касадо, 2015, с. 92—98
- ↑ Курбера Г. Математический клуб. Международные конгрессы. — М.: Де Агостини, 2014. — С. 52—56. — 160 с. — (Мир математики: в 45 томах, том 39). — ISBN 978-5-9774-0734-2.
- ↑ Касадо, 2015, с. 91
- ↑ Касадо, 2015, с. 167—168
- ↑ Констанс Рид, 1977, Глава XVIII