Дадья-Лефкими-Суфлион
Дадья-Лефкими-Суфлион | |
грек. Εθνικό Πάρκο Δάσους Δαδιάς-Λευκίμμης-Σουφλίου | |
Административ-территориаль берәмек | Эврос[d] |
---|---|
Дәүләт | |
Майҙаны |
|
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Рәсми сайт | dadia-np.gr (грек) |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (x)[d] |
Категория защищённых зон МСОП | категория МСОП VI: охраняемые территории с управляемыми ресурсами[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Дадья-Лефкими-Суфлион милли урман паркы (грек. Εθνικό Πάρκο Δάσους Δαδιάς-Λευκίμμης-Σουφλίου. Δαδιάς-Λευκίμμης-Σουφλίου) — Грецияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Көнсығыш Македония һәм Фракияның Эврос периферия берәмегендәге милли парк. 2006 йылда ойошторола.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Милли урман паркының майҙаны 428 км2. Парктың иң юғары нөктәһе — Капсало (бейеклеге диңгеҙ кимәленән 620 м).[1] Парк территорияһының күп өлөшө урман менән ҡапланған, ағастарҙың һәм үҫемлектәрҙең төрҙәре урындағы климат, тупраҡ һәм һыу шарттарына ярашлы формалашҡан.[2]
1980 йылда уның территорияһы һаҡланыусы тип таныла, ә 2006 йылда милли парк булдырыла. 2014 йылдан алып Дадья-Лефкими-Суфлион паркы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә[3] индереүгә кандидат булып тора.[4]
Флораһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дадья-Лефкими-Суфлион милли паркының үҙәк һәм көнсығыш өлөшөндә ылыҫлы урмандар урынлашҡан, уларҙа калабрий ҡарағайы (Pinus brutia) һәм ҡара ҡарағай өҫтөнлөк итә, шул уҡ ваҡытта япраҡлы урмандар, ҡатнаш урмандар һәм маквис ҙур булмаған майҙандарҙы ғына биләй. Үҙ сиратында, төньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта венгр имәндәре (Quercus frainetto), австрия имәндәре Quercus cerris һәм ҡабарынҡы имәндәр (Quercus pubescens) кеүек имәндәрҙең бер нисә төрөнән торған туйралыҡтар өҫтөнлөк итә. Аралыҡ зоналарында имән һәм ҡарағайҙан торған ҡатнаш урмандар үҫә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, парктың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә күбеһенсә ҡаты япраҡлы үҫемлектәр, мәҫәлән, грек ҡайын еләге (Arbutus adrachne), киң япраҡлы филлирея (Phillyrea latifolia), ағас һымаҡ эрика (Erica arborea) һәм крит ладаннигы (Cistus creticus) осрай.[2]
Паркта үҫемлектәрҙең 360 — 400-ләгән төрө теркәлгән, шуларҙың 25-е — орхидеялар. Бында осрай торған үҫемлектәр араһында Греция өсөн эндемик төрҙәрҙең ике төрө бар: Minuartia greuteriana һәм Onosma kittanae. Шулай уҡ паркта һирәк осрай торған үҫемлектәр төрҙәре үҫә, мәҫәлән, Cephalanthera epipactoides, Salix xanthicola, Zygophyllum album, Eriolobus trilobatus[2].
Фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һөтимәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Паркта һөтимәрҙәрҙең 60-65 төрө иҫәпләнә. Европа илектәре (Capreolus capreolus), ҡама (Lutra lutra), бүре (Canis lupus), урман бесәйе (Felis silvestris), ҡабан (Sus scrofa), таш һыуһар (Martes foina), йәтсә (Mustela nivalis) һәм бурһыҡ (Meles meles) кеүек йәнлек төрҙәре йәшәй[5].
Ҡоштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Паркта көндөҙгө йыртҡыс ҡоштарҙың 36 төрө һәм 166 башҡа ҡош төрө теркәлгән[5][6]. Таҙғара (Aegypius monachus), ябай ҡарсыға (Neophron percnopterus), аҡ башлы сип (Gyps fulvus), ябай һар (Buteo buteo), һунағара (Circaetus gallicus), карлик бөркөт (Hieraetus pennatus), бәләкәй яңғырауыҡ (Clanga pomarina), осоед (Pernis apivorus), ҡара төйлөгән (Milvus migrans), ҡорға һунар итеүсе ҡарсыға (Accipiter gentilis), һаҙ көйгәнәге (Circus aerignosus), бүҙәнәгә һунар итеүсе ҡарсыға (Accipiter nisus), европа тювигы, бөркөт, балобан, ҡара аист, һоро ағуна[5][6].
Һөйрәлеүселәр һәм амфибиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Паркта 29 төр һөйрәлеүсе (шул иҫәптән дүрт төр гөбөргәйел, ун бер төр кеҫәртке һәм ун дүрт төр йылан) һәм 12-13 төр амфибия, шуларҙың ун төрө тәлмәрйендәр, шул иҫәптән ҡыҙыл ҡорһаҡлы тирмән (Bombina bombina) көн итә[5].
Балыҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Парк һыуҙарында 17 төр балыҡ табылған.[5]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Geology-Morphology . Management Body Dadia-Lefkimi-Soufli Forest National Park. Дата обращения: 22 май 2022. Архивировано 3 декабрь 2021 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Vegetation-Flora . Management Body Dadia-Lefkimi-Soufli Forest National Park. Дата обращения: 22 май 2022. Архивировано 22 май 2022 года.
- ↑ National Park of Dadia - Lefkimi - Souflion . UNESCO. Дата обращения: 22 май 2022. Архивировано 22 май 2022 года.
- ↑ General Information . Management Body Dadia-Lefkimi-Soufli Forest National Park. Дата обращения: 22 май 2022. Архивировано 3 декабрь 2021 года.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Fauna . Management Body Dadia-Lefkimi-Soufli Forest National Park. Дата обращения: 22 май 2022. Архивировано 22 май 2022 года.
- ↑ 6,0 6,1 K. Poirazidis, S. Schindler, E. Kakalis, C. Ruiz, D.E. Bakaloudis, Ch. Scandolara, Ch. Eastham, H. Hristov, G. Catsadorakis. Diurnal birds of prey in the Dadia-Lefkimi-Soufli Forest National Park: long-term population trendsand habitat preferences 2023 йылдың 24 март көнөндә архивланған.. W: Giorgos Catsadorakis, Hans Källander: The Dadia-Lefkimi-Soufli National Park, Greece: Biodiversity, management and conservation. Athens: WWF Greece, 2010, p. 151—168.