Данилов Дмитрий Данилович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Һөнәр төрө яҙыусы, тарихсы, әҙәби тәнҡитсе
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Әүҙемлек осороноң башланыуы 1932 — наст. время
Эш урыны
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Заты ир-ат
Вафат булған урыны
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 6 ноябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған көнө 28 апрель 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны

Дмитрий Данилович Данилов (6 ноябрь 1902 йыл — 28 апрель 1966 йыл) — сыуаш совет яҙыусыһы, театр һәм йәмәғәт эшлеклеһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Данилов Дмитрий ярлы крестьян ғаиләһендә тыуа. 1917 йылда ике класлы училищены тамамлағандан һуң тәүге синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй.

1927 йылда Д.Данилов Ҡаҙанда Көнсығыш-педагогика институтын тамамлай һәм Ҡазан сыуаш педагогика техникумында һәм урыҫ сыуаш телдәре уҡытыусыһы була. Шул уҡ ваҡытта ул Пролетар яҙыусыларының татар ассоциацияһы каршында сыуаш секцияһын етәкләй.

1934 йылда Мәскәү Ҡыҙыл профессура институтын тамамлай һәм «Ҡыҙыл Чувашия» газетаһы мөхәррире була. 1936 йылда Сыуашстан яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайлана. Бер йылдан Сыуаш Республикаһы Совнаркомы эргәһендәге Сыуаш ғилми-тикшеренеү институтына эшкә күсә. 1938 йылдан 1940 йылға тиклем партияның Чуваш Өлкә Комитеты партия белем биреү йортоноң ағымдағы сәйәсәт секторы, «Ҡыҙыл Чувашия» газетаһының пропаганда бүлеге мөдире.

1940 йылдан башлап, ғүмер аҙағына ҡәҙәр Д.Данилов ГИТИСта — проректор, идара итеү, сыуаш театр студияларының өлкән уҡытыусыһы булып эшләй. Уның ҡатнашында институтта ике тапҡыр (1947 һәм 1961 йылдарҙа) Сыуаш артисттары төркеме сығарылышы була.

Д.Даниловтың әҙәби хеҙмәте 1932 йылда «Марксист-Ленин сәнғәт белеме» журналында «Чуваш әҙәбиәтендә класслы көрәш» тигән күҙәтеү мәҡәләһен баҫтырыуҙан башлана. Һуңынан уларға сыуаш театры һәм милли һынлы сәнғәт тураһында мәҡәләләр яҙыла. Д.Данилов сыуаш әҙәбиәте тарихына ҙур иғтибар бирә. Ул сыуаш яҙыусыларының ижадына арналған тиҫтәләгән мәҡәләләр яҙған. Уның М.Сеспель ижады менән бәйле мәҡәләләре серияһы билдәле.

ВКП(б) ағзаһы (1927 йылдан), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1939 йылдан).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]