Девдера Катерина Михайловна

Девдера Екатерина Михайловна (25 ноябрҙә 1990, Винница өлкәһе Ямполь районы Качковка ауылы) — Украина шағиры, тәржемәсе. Украина яҙыусыларының милли союзы ағзаһы (2013).[1]

Биографияһы

Девдера Екатерина Михайловна 1990 йылдың 25 ноябрендә Винница өлкәһенең Качковка ауылында тыуған. Тыуған ауылында урта белем ала. Коцюбинский исемендәге Винница дәүләт педагогия университетының (2012) филология һәм журналистика факультетын тамамлаған. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң кесе тыуған иленә ҡайта, урындағы мәғариф системаһында эшләй. 2014 йылда Шевченко исемендәге әҙәбиәт институты аспиранты була.

Әҙәби эшмәкәрлеге

Шағир үҙенең тәүге остазы тип яҡташы шағир Виктор Дьячокты, Винница өлкәһенең Подольск әҙәбиәтселәре — Виктор Мельник, Михаил Каменюкты иҫәпләй.[2]"Соприсутствии" (2011), «Буквы и стихии» (2015) китаптары, матбуғатта баҫмалар авторы, испан теленән (Лорки) ,[3] поляк теленән әҫәрҙәр тәржемә итә, Краков шағирәһе Божена Бобров-Диґаның «Запах каштанов» әҫәрен (2013)[4], инглиз теленән әҫәрҙәр тәжемәләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ До НСПУ прийнято 27 літераторів // Сайт «Літакцент».— 2013. — 27 квітня.
  2. ↑ Яковишина, Анастасія. Катерина Девдера: «Я щаслива частинка великої зáгадки» // Сайт ВДПУ «Студентська територія».— 2012.— 19 травня
  3. ↑ [[Федеріко Гарсія Лорка|Лорка]] у перекладі К. Девдери // Сайт «Alarum». — 2013. — 16 липня. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 березня 2014. Архивировано 4 березня 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. ↑ У Вінниці виступила поетка з Кракова Божена Боба-Диґа // Сайт Вінницької обласної організації НСПУ"Краснослов".— 2013.— 17 вересня
  5. ↑ Письменники-спілчани назбирали «Кришталевих вишень» // Сайт «Краснослов». — 2017. — 1 листопада

Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт

Һылтанмалар