Дер
Дер (шум. — DI-E-IR) йәки Дурум — Боронғо Ике йылға араһындағы (Месопотамияла) шумер ҡалаһы, Тигр аръяғында Элам яғына ҡарай хәҙерге Ираҡтың Бадра ҡалаһынан алыҫ түгел урында була.
Боронғо аккад осоронан башлап селевк осорона тиклем телгә алына килә. Өлкә баш ҡалаһы статусында Дер сәйәси әһәмиәткә эйә була, тик оҙаҡ түгел — был статусы иртә иҫке бабил осороноң башында ғына һаҡлана.
Дер батшалары
- Ниднуша
- Ануммуттаббиль
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.