Дерфлингер Сабина
Биографияһы
1963 йылда Австрияның Вельс ҡалаһында тыуған.
1991 йылда, бер нисә йыл кинола режиссер һәм продюсер булып эшләгәндән һуң, Вена киноакадемияһының (Filmakademie Wien) әҙәбиәт һәм драматургия һөнәрҙәре бүлегендә уҡый башлай. 1996 йылда уҡыуын «Filmerzählungen zwischen Epik & Dramatik» диплом эше менән уңышлы тамамлай.
Сабина Дерфлингер уйын һәм документаль кинолағы күп һанлы ролдәре менән билдәле, уның эштәренең күбеһе наградаларға лайыҡ булды. Ул Австрияның Österreichischer Rundfunk (ORF) каналында тәүге ҡатын-ҡыҙ режиссёр булды, «Tatort» криминаль телесериалын төшөрҙө. Артабан ошо уҡ каналда башҡа сериалдарҙа ҡатнашты. Һуңғы йылдарҙа ул бер нисә телевизион спектакле менән үҙенә иғтибар йәлеп итте.
2010 йылда Дерфлингер, бер нисә фильм төшөргәндән һуң, үҙенең Derflinger Film продюсер компанияһын булдыра. 2013 йылда ул Globo бразиль телекомпанияһы продюсеры ярҙамсыһы сифатында, Венала үҙенең Em Família теленовеллаһына бер нисә эпизод төшөрҙө
2003 йылда Kulturpreis des Landes Oberösterreich и Österreichischer Förderungspreis für Filmkunst наградаһына лайыҡ була.
Фильмографияһы
Немец тпелендә:
|
|
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Record #81481350 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
- ↑ Sabine Derflinger // Filmportal.de — 2005.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #137266421 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Sabine Derflinger, member of the European Film Academy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 май 2019. [https://web.archive.or g/web/20190504061358/https://www.europeanfilmacademy.org/Presentation.presentation.0.html%3F%26no_cache%3D1%26uid%3D1017 Архивировано] 4 май 2019 года.
Һылтанмалар
- Официальный сайт
- Sabine Derflinger
- Sabine Derflinger gewinnt den Wiener Frauenpreis 2012 2019 йылдың 4 май көнөндә архивланған.