Джейн Фонда
Дже́йн Се́ймур Фо́нда (ингл. Jane Seymour Fonda; тыуғ. 21 декабрь 1937, Нью-Йорк) — америка актрисаһы, модель, яҙыусы, продюсер, йәмәғәт эшмәкәре һәм филантроп, актёр Генри Фондтың ҡыҙы.
Йәшлек йылдары
Джейн Сеймур Фонда ханым 1937 йылдың 21 декабрендә Нью-Йоркта, актёр Генри Фонд һәм Канадала тыуып "юғары даирәләр ханымы"на әүерелгән Френсис Форд Брокоу (ҡыҙ сағында Сеймур) ғаиләһендә тыуа. Джейн Фондаға , әсәһенең алыҫ туғаны король Генрих VIIIнөң өсөнсө ҡатыны Джейн Сеймур ханым хөрмәтенә шундай исем бирәләр. Джейн Фонда нью-йорк Актёр студияһында белем ала. Аҙаҡ унда модель була һәм бер юлы театрҙа эшләй. Һуңғараҡ ул киноға төшә башлай. Режиссерҙар тәүҙәрәк унда ҙур актёрлыҡ һәләтен күрмәйҙәр һәм йышыраҡ уның ылыҡтырғыс тышҡы ҡиәфәтенән файҙаланалар.
Һуңғараҡ Джейн режиссёр Эллиот Сильверстайндың «Кэт Баллу» (1965) вестернында һәм Роже Вадимдың «Барбарелле» (1968) фильмында үҙенең ул йылдарҙағы ролдәрен эләкләп уйнай.
Китаптары
- Фонда Д. Прайм-тайм: После 50 жизнь только начинается / Пер. с англ. М.: Эксмо, 2012. — 448 с., ил. — (Секреты модного стиля от успешных журналов). — 4000 экз., ISBN 978-5-699-57595-4
Иҫкәрмәләр
Был мәҡәләне яҡшыртыу өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
|