Диңгеҙ батшаһы
Диңгеҙ батшаһы (Һыу батшаһы, Һыу төбө батшаһы, Диңгеҙ аръяғы батшаһы) — урыҫ халыҡ әкиәттәре персонажы: диңгеҙ төбө хужаһы, бөтә һыуҙар башлығы, һыу аҫты хайуандары өҫтөнән хаким, һирәк осрай торған хазиналар хужаһы. Ул, ғәҙәттә, батша итеп кәүҙәләндерелә, өҫтәүенә батша һарайы, һыу аҫты батшабикәһе Водяница һәм күп кенә диңгеҙ ҡыҙҙары (улар араһында иң билдәлеһе Чернава) телгә алына. Гәлсәр, көмөш, алтын һәм аҫыл таштарҙан эшләнгән Диңгеҙ батшаһы һарайы билдәһеҙ ерҙә урынлаша: йә зәңгәр диңгеҙҙә, йә утрауҙа, йә Илмән күлендә. Ул бейегәндә һәм күңел асҡанда, диңгеҙҙә көслө дауыл сыға. Садко былинаһында, урыҫ һәм норвег халыҡ әкиәттәрендә осрай[2].
Батшаның ҡиәфәте
«Батшаның башы бесән өйөмө кеүек». Диңгеҙ батшаһының тажы «диңгеҙ абағаһынан; диңгеҙ эттәре егелгән ҡабырсаҡта йөрөй: бер ҡулында ишкәк — тулҡынды тынысландырыу билдәһе, икенсеһендә, һалдау — тулҡындарҙың ярһыуы билдәһе»[3].
Михаил Ломоносовтың «Петрияда» әҫәрендә диңгеҙ батшаһын һүрәтләй[1].
Диңгеҙ батшаһы диңгеҙ төбөндә йәшәй, ҡатындары һәм ҡыҙҙары бар. Уның һарайы быяла йәки кристалдан төҙөлгән, "батҡан караптарҙың алтыны һәм көмөшө һәм диңгеҙ үҙәнен яҡтыртҡан ҡояштан сағыуыраҡ"аҫыл таш" менән биҙәлгән[4]. Күңел асырға ярата. Батҡан музыканттарҙы үҙенең һарайына саҡырып, уларҙың музыкаһына бейей.
Халыҡсан образ
Былиналарҙа ул тәүҙә Садкоға байлыҡ бирә, ә һуңынан, Садко байығас, уны һыу аҫты батшалығына үҙенең эргәһенә төшөргә ҡуша. Был эпостан тыш, Диңгеҙ батшаһы Василиса Премудрая тураһындағы әкиәттә лә ҙур роль уйнай. Бында ул шулай уҡ геройҙы (Иван царевичты) үҙенең һыу аҫты батшалығында тоторға теләй, әммә диңгеҙ батшаһы ҡыҙы Василиса батша улына ғашиҡ була, уның менән бергә ҡаса һәм уны атаһының эҙәрлекләүенән ҡотҡара. Был популяр әкиәттең варианттары Европа фольклорында һәм Көнсығышта киң таралған[5].
Диңгеҙ батшаһын Һыу рухынан айырырға кәрәк. XX быуат башына ул ябай халыҡтың демонологик ҡараштарында, бигерәк тә Рәсәйҙең төньяғында, күренекле урын биләй. Һаҡаллы, ҡорһаҡлы, шешенгән йөҙлө, ҡараңғы ятыуҙарҙа, бигерәк тә тирмәндәр янында йәшәүсе был һыу кешеләре — эскеселәр, һөйәк уйнайҙар, аттар, һыйырҙар урлаусылар һәм һыуға батырыусылар. Улар бай палаталарҙа йәшәгән һәм музыканы дәртле яратыусы булып һүрәтләнгән иҫ киткес диңгеҙ батшаһынан бөтөнләй айырыла[6].
Ниһайәт, һыу батшаһы халыҡ арбауҙарында ла осрай, уларҙа боронғо халыҡ инаныуҙары әҙәби традициялар менән ныҡ бәйләнгән.
Фин йоғонтоһо тураһында фараз
В. Ф. Миллер фаразы буйынса, диңгеҙ батшаһының эпик образына төньяҡ урыҫ халҡы ассимиляциялаған финдарҙың диңгеҙ аллаһы Ахто йәки Ахти (фин. Ahti) тураһында күҙаллауҙары йоғонто яһаған. шулай уҡ Садко образында мөғжизәле музыкант Вяйнемёйнен тураһында фин легендалары сағыла. Ахти мәжүси финдарҙа бөйөк илаһтарҙың береһе була, үлән һаҡаллы мөһабәт ҡарт[7], балыҡтарҙың хакимы итеп һүрәтләнә[7]. Ахти менән бергә уның ҡатыны Велламо ла хакимлыҡ итә. Ул изге күңелле, йомарт хужабикә, кешеләргә итәғәтле. Диңгеҙ батшаһы үҙенең яратҡан хеҙмәтсеһе Садкоға балыҡ тоторға ярҙам иткән кеүек, Ахти ла Вяйнямёйнендың ауына балыҡ ҡыуып килтерә.
Кинола
- Конёк-Горбунок (фильм, 1941)
- Огонь, вода и… медные трубы
- Марья-искусница
- Три богатыря и морской царь
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Глинка, 1804, с. 119—121
- ↑ Афанасьев, 1994, с. 292
- ↑ Глинка, 1804, с. 119
- ↑ Максимов С. В. Нечистая, неведомая и крестная сила. — М., 1996. — С. 51
- ↑ (см. статью Э. Лэнгa «A far-travelled tale» в его книге «Custom and Myth»)
- ↑ Брокгауз и Ефрон, 1890—1907
- ↑ 1 2 Yhdesviidettä runo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2018. Архивировано 1 декабрь 2018 года.
Әҙәбиәт
- Афанасьев А. Н. Поэтические воззрения славян на природу. — М.: Индрик, 1994. — Т. 1. — 840 с. — ISBN 5-85759-009-4. Архивная копия от 16 апрель 2015 на Wayback Machine
- Будур Н. В. Морской царь // Сказочная энциклопедия / общ. ред. Н. В. Будур. — М.: Олма-Пресс, 2005. — С. 281. — ISBN 5-224-04818-4.
- Глинка Г. А. Царь морской // Древняя религия Славян. — Миттава: Типография И. Ф. Штефенгагена и Сына, 1804. — С. 119—121. — 151 с.
- Морской царь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)