Догузова Зарина Валерьевна

Зарина Валерьевна Догузова (25 апрель 1985 йыл) Рәсәй дәүләт эшмәкәре, 2019—2022 йылдарҙа Ростуризм етәксеһе.

Биографияһы

Зарина Догузова 1985 йылда Көньяҡ Осетияның Цхинвали ҡалаһында тыуған. 2008 йылда ул Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтының халыҡ-ара журналистика факультетын тамамлай, 2008—2012 йылдарҙа Рәсәй хөкүмәтенең матбуғат-хеҙмәте һәм мәғлүмәт департаментында эшләй, 2012—2019 йылдарҙа президент идаралығы идаралығында ижтимағи бәйләнештәр һәм коммуникациялар буйынса идара итеүҙә эре халыҡ-ара сараларҙы оҙатыу буйынса департамент етәксеһе була[2][3][4].

2019 йылдың февралендә Догузова Ростуризмды[5][6] етәкләй; шуға бәйле киң мәғлүмәт сараларында «кадрҙар сюрпризы» тураһында мәҡәләләр донъя күрә, сөнки Догузованың эше бер ҡасан да туризм менән бәйле булмай[7]. Уны тәғәйенләүҙә Рәсәй Президенты аппаратындағы элекке етәксеһе Алексей Громовтың[8][9] ҡатнашыуы ихтимал тип иҫәпләнелә. Догузова туризм өлкәһенә бер нисә мөһим яңылыҡ индерә: маҡсаты — илдә эске туризмды дәртләндереү, эске һәм сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеүҙе үҫтереүгә гранттар биреү, Рәсәй буйлап йәйге һәм ҡышҡы чартерҙар ойоштороу[10]. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта Ростуризм башлығының социаль селтәрҙәре популяр тревел-блогҡа әйләнә[11].

2021 йылдың апрелендә Догузова «BOSS Women. Внутренняя сила» махсус номинацияһында GQ Super Women премияһы лауреаты була[12].

2021 йылдың июлендә Коррупцияға ҡаршы көрәш фонды Догузываға арналған тикшереү баҫтырып сығара. ФБК мәғлүмәттәре буйынса, Ростуризм башлығы Мәскәүҙә мохтаж кешеләр иҫәбендә элиталы фатир ала; бынан тыш, уның өйөндә 30 миллион һумлыҡ кейем-һалымы бар[13][14][15].

2022 йылдың 20 октябрендә Ростуризм бөтөрөлә, уның вәкәләттәре иҡтисади үҫеш министрлығына[16]. күсә. Туристик тармаҡ үҫешенә яуаплы иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары вазифаһынан Догузова баш тарта[17].

2022 йылдың 12 декабрендә Зарина Догузова Рәсәй хөкүмәте ҡарамағындағы эксперт советы составына МГИМО[18][19] ректораты ҡарамағындағы кәңәшсе сифатында инә.

Ғаиләһе

2022 йылдың октябренә ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Догузова кейәүҙә түгел, балалары юҡ[20].

Иҫкәрмәләр

  1. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 21.11.2022 № 3543-р «О Догузовой З.В.»
  2. Догузова Зарина Валерьевна. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  3. Глава Ростуризма Зарина Догузова — о светлом будущем путешествий по России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 7 июль 2021 года.
  4. Руководитель Ростуризма. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года. 2021 йылдың 9 июль көнөндә архивланған.
  5. Биография руководителя Ростуризма Зарины Догузовой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 6 июль 2021 года.
  6. Глава Ростуризма Зарина Догузова начинала карьерный взлет в нашей газете! Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  7. Таинственная незнакомка. Как понимать кадровый сюрприз Кремля? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  8. Глава Ростуризма получила от бюджета 105-метровую квартиру за 50 млн рублей. Заработала? infopressa.com (21 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2021. Архивировано 3 август 2021 года.
  9. Зарина Догузова – биография, фото, личная жизнь, карьера, сейчас (билдәһеҙ). Biogr (8 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2021. Архивировано 3 август 2021 года.
  10. Два года во главе Ростуризма. Что удалось Зарине Догузовой? Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 9 июль 2021 года.
  11. Лара Крофт с амбициями министра. Чем запомнились упраздненный Ростуризм и его глава Зарина Догузова. Фонтанка.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2022.
  12. Глава Ростуризма получила премию GQ Super Women. atorus.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 август 2021. Архивировано 3 август 2021 года.
  13. Кому в России положена квартира? История гламурной чиновницы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 6 июль 2021 года.
  14. Команда Навального нашла у главы Ростуризма квартиру за 60 млн рублей в московском доме для очередников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 6 июль 2021 года.
  15. Команда Навального нашла у главы Ростуризма квартиру в центре Москвы за ₽60 млн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2021. Архивировано 6 июль 2021 года. 2021 йылдың 6 июль көнөндә архивланған.
  16. Путин упразднил Ростуризм. РБК (20 октябрь 2022).
  17. Зарина Догузова отказалась от перехода на пост куратора туризма в Минэке. РБК (9 ноябрь 2022).
  18. Догузова стала советником при ректорате МГИМО. Коммерсантъ (13 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2022.
  19. Догузова войдет в состав экспертного совета при правительстве. Коммерсантъ (22 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2022.
  20. Глава Ростуризма, как утверждают соратники Навального, получила социальную квартиру в центре Москвы (6 июль 2021). Архивировано 6 июль 2021 года.