Докучаев Василий Васильевич

Докучаев Василий Васильевич (17 февраль (1) март 1846 — 8 ноябрь 1903 йыл) — күренекле геолог һәм тупраҡты өйрәнеүсе, тупраҡ географияһы һәм тупраҡты өйрәнеү мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Биографияһы

Васи́лий Васи́льевич Докуча́ев хәҙерге Смоленск өлкәһенең Новодугин районы Милюково ауылында священик ғаиләһендә тыуа. Вязьма һәм Смоленск ҡалаһының дини семинарияларында уҡый. 1867 йылда Смоленск дини семинарияһын тамамлай, яҡшы уҡыусы тейеп уға Санкт-Петербург дини семинарияһына йүнәлтмә бирелә. Ләкин унда ул 3 аҙна ғына уҡый һәм Санкт-Петербург университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлегенә күсә.

Уның уҡытыусылары: Д. И. Менделеев, Александр Александрович Иностранцев, Андрей Николаевич Бекетов, Александр Васильевич Советов.

1871 йылда университетты тамамлай. Докучаевтын кандидат (диплом) эше Е Касня йылғаһы ярҙарының геологияһы тураһында яҙылған.

undefined
undefined
thumb1949 йыл, СССР-ҙың почта маркаһы

Әҙәбиәт

  • Докучаев Василий Васильевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Крупеников И. А., Крупеников Л. А. Василий Васильевич Докучаев. — М.: Сельхозгиз, 1950.
  • Докучаев В. В. Сочинения. — М.; Л.: Издательство Академии наук СССР. — Т. 9: Жизнь и деятельность В. В. Докучаева. Библиография трудов. — 1961.
  • Кирьянов Г. Ф. Василий Васильевич Докучаев, 1846—1903. — М.: Наука, 1966.
  • Галина Костина. Раскрасьте скучные глобусы / Журнал «Эксперт». № 30-31 (764), 1-14 августа 2011. С. 20-23.

Һылтанмалар