Долни Вестонице ҡатыны (бюст)

Дольни-Вестонице Венераһы (чех Věstonická venuše) — палеолит венераһы, яланғас ҡатын-ҡыҙ фигураһын һынландырған статуэтка. Б. э. т. 29 000—25 000 йылдар менән билдәләнә (граветт мәҙәниәте). Был донъялағы иң боронғо керамика сәнғәте әҫәре[1]. Объекттың номенклатура атамаһы: Женщина из Долни Вестонице[2].

Тасуирламаһы

Статуэтканың бейеклеге — 11,1 см, иң киң урынында киңлеге — 4,3 см. Фигура башҡа палеолит венераларының дөйөм морфологияһына эйәрә: уңдырышлылыҡ символы булараҡ, күкрәктәре, эсе һәм боттары ҙурайтылып һынландырылған. Башы сағыштырмаса бәләкәй һәм ентекле һыҙаттарһыҙ. Башында дүрт бәләкәй тишек бар, улар ҡауырһындар йәки үҫемлектәр беркетеү өсөн ҡулланылған булыуы мөмкин[3].

Статуэтканың уникаль үҙенсәлеге — асимметриялы, бер яҡҡа ҡыйшайған йөҙө. 2004 йылғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был йөҙ нервыһы фалижы менән сирләгән билдәле бер ҡатын-ҡыҙҙың портреты булыуы ихтимал[4].

Материалдар һәм техника

Статуэтка ваҡланған һөйәк ҡушылған балсыҡтан яһалған һәм сағыштырмаса түбән температурала (500–800 °C) яндырылған[5].

Табылыу тарихы

Венера 1925 йылдың 13 июлендә Моравияла (Чехия) Дольни-Вестонице палеолит торағында көл ҡатламында табыла. Ҡаҙыныу эштәрен Карел Абсолон етәкселегендәге команда алып бара. Табылған ваҡытта статуэтка ике өлөшкә ватылған булған.

Һаҡланған урыны

Статуэтка Брно ҡалаһындағы Моравия музейында һаҡлана. Үҙенең бик ыуалыусан булыуы сәбәпле, ул киң тамашасыға һирәк күрһәтелә. 2013 йылда ул Лондондағы Британия музейында «Боҙлоҡ дәүере сәнғәте: хәҙерге аҡылдың килеүе» тигән экспозиция сиктәрендә күрһәтелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. The world's oldest ceramics are figurines. National Geographic (12 октябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2024.
  2. Venus of Dolni Vestonice. Abc.net.au (20 октябрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2024.
  3. Cook J. Ice Age Art: the Arrival of the Modern Mind. — The British Museum Press, 2013. — P. 76. — ISBN 978-0-7141-2333-2.
  4. Venus of Dolni Vestonice. Abc.net.au (20 октябрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2024.
  5. Vandiver, Pamela B. (1989). «The Origins of Ceramic Technology at Dolni Věstonice, Czechoslovakia». Science 246 (4933): 1002–1008. DOI:DOI:10.1126/science.246.4933.1002.

Һылтанмалар