Дур-Куригальзу
Дур-Куригальзу | |
Административ-территориаль берәмек | Багдад[d] |
---|---|
Дәүләт | |
Эра | Древний мир[d] |
Культура | Бабилия |
SEO_index | noindex |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Дур-Куригальзу (аккад. Куригальзу ҡәлғәһе) — Месопотамияның көньяғындағы боронғо ҡала, кассит батшаһы Куригальзу I тарафынан Тигр менән Дияла ҡушылған ерҙән алыҫ түгел урында төҙөлгән. Бабилиялағы кассит династияһы ҡолатылғас, ҡала ташландыҡҡа әйләнә.
Хәҙер бында, Бағдадтан көнбайышҡа ҡарай 30 километрҙа, Акар-Куф (ғәр. عقرقوف) тигән ғәрәп торағы урынлашҡан. Боронғо ҡаланың территорияһын Ираҡ археологтары тикшерә, улар кассит осорона ҡараған 100-ҙән ашыу шына яҙыулы таҡтаташ таба, табылдыҡтар әле Ираҡтың Милли музейында һаҡлана.
Тарихы [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Беҙҙең эраға тиклем XV быуат аҙағы — XIV быуат башында Куригальзу батша резиденцияһын Бабилдан яңы ҡәлғәгә күсерә, ныҡлы һаҡ ойошторолған был ҡәлғәгә уның исеме бирелә. Бабил иһә дөйөм дәүләт һалымдарынан азат ителә һәм өҫтөнлөктәргә эйә булған үҙидаралыҡлы ҡала булып китә[1]. Батша вафат булғас та Дур-Куригальзу бер ни тиклем ваҡыт Ике йылға араһындағы мөһим ҡала булып ҡалыуын дауам итә, әммә беҙҙең эраға тиклем XII быуатта ул ташландыҡ ҡалаға әйләнә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Вавилон при касситской династии 2012 йылдың 27 октябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- O. R. Gurney, Texts from Dur-Kurigalzu, Iraq, vol. 11, no. 1, pp. 131–149, 1949
- Baqir, Taha. Iraq Government Excavations at 'Aqar Quf, 1942-1943. Iraq Supplement. London, 1944.
- Baqir, Taha. Iraq Government Excavations at 'Aqar Quf: Second Interim Report, 1943 - 1944. Iraq Supplement. London, 1945.
- Baqir, Taha. Iraq Government Excavations at 'Aqar Quf: Third Interim Report, 1944 - 1945. Iraq 8 (1946): 73-93.
- Tomabechi, Yoko. "Wall Paintings from Dur Kurigalzu." Journal of Near Eastern Studies 42 (1983): 123-131.
- Kühne, Harmut. "'Aqar Quf". The Oxford Encyclopedia of Archaeology in the Near East. Oxford, 1997. Vol. I, pgs. 156-157.