Евфрат
География
Оҙонлоғо — 2700 км (ҡушылдығы Морат менән бергә — 3065 км), бассейн майҙаны — 673 мең км².
Әрмән таулығында, Морат һәм Карасу (Ҡараһыу) йылғалары ҡушылған урында башлана[3]. Үрге ағымында тау йылғаһы булараҡ аға, Әрмән таулығының Малатья һәм Эргани һырттарын үтеп артабан Сүриәлә сүлле платоһында һәм төньяҡ Месопотамияла тәрән үҙән буйлап, ә Хит ҡалаһынан түбәнерәк — яҫы Месопотамия уйһыулығы буйлап аға[3]. Месопотамия уйһыулығының ҡайһы бер урындарында киңлеге 500 метрға, ә тәрәнлеге 10 метрға барып етә.
Хит ҡалаһы (Ираҡ) янында уртаса һыу сығымы — 840 м³/сек., максималь һыу сығымы — 3—4 мең м³/сек., минималь һыу сығымы — 180 м³/сек.; йыллыҡ һыу сығымы — 26,4 км³[3].
Түбәнге ағымында Евфрат Тигр йылғаһы менән ҡушылып, Фарсы ҡултығына ҡойған Шатт-эл-Ғәрәп йылғаһын барлыҡҡа килтерә[3].
Төп ҡушылдыҡтары — Хабур (һул), Белих, Тохма һәм Гёксу (барыһы ла уң)[3].
Этимология
Йылғаның атмаһы арамей теленән һүҙмә-һуҙ тәржемә иткәндә «татлы һыу» тип аңлатыла[3].
| Тел | Евфрат атамалары |
|---|---|
| Аккад теле | Pu-rat-tu |
| Арамей теле | ܦܪܬ Prāṯ, Froṯ |
| Боронғо фарсы теле | 𐎢𐎳𐎼𐎠𐎬𐎢 Ufrátu |
| Ғәрәп теле | الفرات Al-Furāt |
| Курд теле | فرهات Firat, Ferat |
| Төрөк теле | Fırat |
| Шумер теле | BU.RA.NU.NU |
| Әрмән теле | Եփրատ Yeprat |
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Евфрат, река в Азии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Евфрат // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
Һылтанмалар
- Библиография по водным ресурсам и международного права 2011 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған.
- Еврейская энциклопедия: ссылки на Евфрат в Ветхом Завете
- Тигр и Евфрат реки спора, детали конфликта и сотрудничества
- Турецкая Национальная политика использования вод Евфрат — Тигр бассейна (ТРЕХ — STAGED ПЛАН) (Турецкий)
- Коллекция фотографий реки Евфрат
- Документальный фильм «Damming Евфрат»
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ