Елмерҙәк бөгөлө

Елмерҙәк бөгөлө (урыҫса рәсми булмаған атамаһы - Тещин язык) — Белорет районының Елмерҙәк һыртындағы иң хәтәр бөгөл, серпантин.

Атаманың килеп сығышы

undefined

Елмерҙәк атамаһының килеп сығышы төрлөсә аңлатыла. Шул төбәктә йәшәгән халыҡ уны елберҙәк тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип тә аңлата. Һырттағы ел йыш ҡына ағастарҙы сайҡалып торорға, япраҡтарын елберләргә мәжбүр итә, атама шуға бәйле тип һанайҙар. Белорет-Инйәр-Өфө автомобиль юлы һалынған саҡта һырттан битләүгә ҡырҡа боролош яһап, юл һалырға тура килә. Шул урынды серпантин, йәғни, башҡортса "бөгөл" тип атайҙар.[1]

Географик урыны

Елмерҙәк бөгөлөндәге серпантин Белорет районының Ҡолмас һәм Уҫманғәле ауылдары араһындағы киҫемдә урынлашҡан.

Был урын юл-транспорт фажиғәләре йыш булыуы менән насар дан сығарған. Урыҫса уны шуға "Тещин язык" тип тә атайҙар.

Иҫкәрмәләр

  1. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С.68.