Ермак (скульптура, М. М. Антокольский)
Ермак — XIX быуатта скульптор Марк Матвеевич Антокольский тарафынан ижад ителгән тарихи скульптура статуяһы[1].
Тасуирламаһы
Түбән дүртмөйөшлө нигеҙҙә Ермактың һыны һүрәтләнгән. Атаман маҡсатҡа ынтылышлы ҡараш менән динамик торошта һынландырылған. Ул ярымтун кейгән, уның өҫтөнән ҡайыш менән быуылған көбә һәм тимер кейем кейгән. Башында — торҡа, ә һаҡлағыс еңсәләре терһәктәренә тиклем етә. Аяҡтарына оҙон итек кейгән. Һул ҡулы билбауында ята, унда ҡылыс бәйләнгән, ә терһәгендә бер аҙ бөгөлгән уң ҡулында айбалта тотоп тора.
Материалдар һәм техника
Һаҡланған урыны
Статуяның экземпляры 1931 йылда Хабаровскиҙа нигеҙ һалынған Алыҫ Көнсығыш сәнғәт музейында һаҡлана. Ул Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында беренсе махсуслаштырылған сәнғәт музейы булып тора.