Жариков Дмитрий Сергеевич

Дмитрий Сергеевич Жариков (рус. Жариков Дмитрий Сергеевич1984 йылдың 8 марты, Екатеринбург) — Рәсәй спортсыһы, байдарка һәм каноэла ишеү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003)[1].

Биографияһы

Дмитрий Сергеевич Жариков 1984 йылдың 8 мартында Свердловск ҡалаһында (хәҙерге Екатеринбург), РСФСР-ҙа тыуған[1].

Екатеринбургтағы ДЮСШ-та В. А. Воробьёв етәкселегендә һәм Өфөләге байдарка һәм каноэла ишеү буйынса СДЮШОР-ҙа Н. А. Попов һәм Н. А. Попова етәкселегендә шөғөлләнгән[1].

2005 йылда Урал физик культура академияһын тамамлаған[1]. 2001 йылдан Рәсәй йыйылма командаһының байдарка һәм каноэла ишеү буйынса ағзаһы булған[1].

Ҡаҙаныштары

  • 500 һәм 2000 м дистанцияларҙа Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2003–2004)[1].
  • Үҫмер спортсылар араһында бер, ике һәм дүрт кешелек байдаркаларҙа 500, 1000 һәм 2000 м дистанцияларҙа донъя (2001)[1][2], Европа (2 тапҡыр, 2002)[1][2] һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 2002; 2003–2004) беренселектәре еңеүсеһе[1].

Примечания

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Жариков Дмитрий Сергеевич. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
  2. 1 2 Спорт в Башкортостане. Туристический путеводитель Республики Башкортостан (9 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.

Ссылки