Забелин Сергей Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Тыуған көнө 16 октябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1] (69 йәш)
Уҡыу йорто
Заты ир-ат

Сергей Николаевич Забелин (16 октябрь 1954) — Рәсәй машиналар төҙөүсеһе, менеджер.

Витязь машиналар эшләү компанияһының техник директоры[2], элек Ишембай транспорт машиналары эшләү заводын, Ишембай нефть кәсепселек ҡорамалдары заводын етәкләгән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе, РСФСР-ҙың фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1954 йылдың 16 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған. Сергей Забелин 1977 йылда Өфө авиация институтын инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай.

1977-1980 йылдарҙа — Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында Машиналар эшләү конструкторлыҡ бюроһы инженеры.

Аҙаҡ Ишембай ҡалаһына әйләнеп ҡайта, унда эшләй: 1980-1998 йылдарҙа — Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында инженер-технолог, баш технолог бүлегенең металлургия бюроһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, баш металлург урынбаҫары, баш металлург вазифаһын башҡарыусы, баш металлург, баш технолог,баш инженер; «Ишимбайтрансмаш» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры; 1998-2000 йылдарҙа — «Техно-Центр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары; 2000 йылдан алып — башҡарма директоры, Ишембай кәсепселек ҡорамалдары заводының тышҡы идарасыһы урынбаҫары, «Нефтемаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.

2003-2006 йылдарҙа «Баштерратехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры була.

2006—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Күсемһеҙ милек федераль кадастр идаралығының территориаль бүлеге мөдире була.

2007 йылдан — «Урал-япмаларҙың технологик системалары» ЯСЙ-һының генераль директоры, баш инженер, «Кровлестом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры.

Әлеге ваҡытта «Витязь» (Ишембай ҡалаһы) машиналар эшләү компанияһының техник директоры.

СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1994).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]