Загрос

Загро́с (фарс. رشته‌كوه‌های زاگرس,, Патак, Поштекух) — Ирандың иң ҙур тау системаһы. Ҡайһы бер тау армыттары Ираҡ биләмәләренә үтеп инә.

undefined

География

Загрос тауҙары Ираҡ сиге эргәһендәге Ирандың Һормуз боғаҙына ҡәҙәр 1500 километрға һуҙылған. Тау теҙмәһе Тигр йылғаһы ағымына һәм Фарсы ҡултығы яр буйына параллель рәүештә 50-100 км аралыҡта ята. Иң бейек түбәһе Зардкух тауы (бейеклеге — 4548 м) Исфахан ҡалаһы янында урынлашҡан. Шираз ҡалаһынан көньяҡтараҡ Загрос тауҙарының уртаса бейеклеге 1000 метрҙан түбәнерәк тәшкил итә.

Геология

Геологик яҡтан Загрос тауҙары Пиреней, Альп, Карпат, Балҡан һәм Эльбурс тауҙары һымаҡ миоценда барлыҡҡа килгән бөрөлмәле йәш тау системаларына ҡарай, һәм Урта диңгеҙ бөрөлмәле бүлкәтенә инә. Көнсығыштараҡ был бүлкәт Гиндукуш, Каракорум һәм Гималай тауҙары менән дауам ителә.

Тарих

Фараз уйынса кеше кәзәләрҙе Загрос тауҙарында йортлаштыра. Шулай уҡ был төбәк гутий һәм луллубей һинд-европа ҡәбиләләренең тыуған ере тип иҫәпләнә. Ассирия дәүерендә бында Намри батшалығы булған.

Страбонға ярашлы, Загрос тауҙары Мидияны Вавилониянан айыра[1].

Иҫкәрмәләр

  1. Страбон. География. 11:12:4

Һылтанмалар