Зәйнуллин Радик Әнүәр улы
Эш урыны | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 2 апрель 1961 (63 йәш) |
Гражданлығы | |
Һөнәр төрө | химик |
Тыуған урыны |
Зәйнуллин Радик Әнүәр улы (2 апрель 1961 йыл) — ғалим-химик-органик. 1983 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты ғилми хеҙмәткәре; 1990 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1998—2006 йылдарҙа аспирантура бүлеге мөдире, 2007 йылдан — сифат бүлеге начальнигы. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2011)[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Радик Әнүәр улы Зәйнуллин 1961 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР‑ының Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында тыуған[1]. 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Химия институтында хеҙмәт юлын башлай. 1990 йылдан алып Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис институтында эшләй: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1998—2006 йылдарҙа аспирантура бүлеге мөдире, 2007 йылдан башлап сифат бүлеге начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре циклик олефиндарҙың озонолизы ярҙамында түбән молекуляр биорегуляторҙарҙы (феромондар, ювеноидтар һ.б.) йүнәлешле синтезлауға арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы[1].
Белешмә: 1991 йылдың майынан Өфө Иҡтисад һәм сервис институтының «Теген изделиелары технологияһы» кафедраһы эргәһендә «Текстиль һәм тире изделиеларын эшкәртеү производствоһының химик технологияһы» секцияһы булдырыла, ярты йылдан һуң ул махсус химик технологиялар кафедраһына әйләнә. 1991 йылдың сентябренән был кафедрала башҡа доценттар менән бер рәттән Р. Ә. Зәйнуллин да эшләй башлай.
1994 йылда Өфө Дәүләт иҡтисад һәм сервис технологик институтының Ғилми советы ҡарары менән ике кафедра булдырыла, артабан уларҙы берләштереү нигеҙендә "Химия һәм химия технологияһы" кафедраһы барлыҡҡа килә. Был институт үҙгәртеп ҡоролғанда һәм ул Өфө нефть-техник университеты составына ингән ваҡытта "Химия һәм химия технологияһы" кафедраһы «Махсус химик технология» кафедраһы составына ҡушыла[2].
Һайланма фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Семиохемики в защите зерна и продуктов его переработки от вредных насекомых. Уфа, 2005 (авторҙаш);
- Производство бальзамов и сиропов. СПб., 2011 (авторҙаш);
- Chemical and Physical Methods for Protecting Biopolimers Against Pests. New York, 2008 (авторҙаш).
- Влияние условий культивирования чайного гриба (Сombucha) на его функциональные свойства в пищевых профилактических напитках (авторҙаш).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зәйнуллин Радик Әнүәр улы
- Зәйнуллин Радик Әнүәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 март 2021)
- Зәйнуллин Радик Әнүәр улы 2019 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған.
- Зәйнуллин Радик Әнүәр улы