Зәйнуллин Рәшит Рәил улы
Зәйнуллин Рәшит Рәил улы (27 сентябрь 1983 йыл) — шағир, журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022)[1]. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар берлеге ағзаһы. «Башредактор» онлайн-нәшриәте ойоштороусыһы һәм еткәсеһе.
Биографияһы
Рәшит Рәил улы Зәйнуллин 1983 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа. Тыуған ауылында 8-се синыфты тамамлағас, бер ни тиклем Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡып ала, әммә ғаилә хәлдәре буйынса кире ҡайта. 2006 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда «Аҙна» гәзитенең хәбәрсеһе булып башлай. 2008 йылға тиклем ошо баҫмала эшләй, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Һуңынан «Башҡортостан» гәзитенә хәбәрсе булып күсә (2008). 2014 йылдан — «Шоңҡар» журналында өлкән мөхәррир[2]. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
«Башредактор» онлайн-нәшриәте ойоштороусыһы һәм еткәсеһе.
Ижады
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Йәштәр һәм спорт министрлығының Почёт грамотаһы.
- Журналистарҙың «Миләт-ара татыулыҡ — Башҡортостандың сәскә атыуына юл» ижади конкурсы еңеүсеһе (2009)[2].
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022).