Зәңгәр Нил
География
Оҙонлоғо 1783 км[4]
Эфиопия таулығындағы Тана күлендә башлана. Күлдән сыҡҡан һыу гидроэлектростанциялы быуа менән тәртипкә һалынған. Зәңгәр Нил йылғаһы тамағынан 580 километрға юғарыраҡ өлөшөндә суднолар йөрөй ала.
Үрге ағымы Эфиопия таулығы өлөшөндә Аббай исемен йөрөтә. 500 км дауамында 900—1200 метр тәрәнлектәге каньон аша аға. Эфиопияла изге йылға тип иҫәпләнә, шунлыҡтан уға икмәк һәм башҡа аҙыҡ-түлек рәүешендә бүләк алып киләләр.
Судан территорияһында йылға Бахр-әл-Азрак (ғәр. бахр — «диңгеҙ» һәм азрак — «зәңгәр») исемен йөрөтә һәм бында Росейрес ҡалаһы эргәһендә ҙур һыуһаҡлағыс төҙөлгән.
Хартум ҡалаһында Зәңгәр Нил Аҡ Нил менән ҡушылып Нил йылғаһын барлыҡҡа килтерә.
Ямғырҙар осоронда Зәңгәр Нилдең һыуҙары Нилға ағып төшкән дөйөм һыу күләменең 60 %-ын тәшкил итә, ҡоро осорҙа йылға ныҡ һайыға. Түбәнге ағымында ебәк баҫыуҙарын һуғарыу һәм һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Ямғырҙар осоронда уртаса һыу сығымы 2350 м³/сек.
2011 йылда йылғала «Бөйөк Эфиопия Яңырыу быуаһы» төҙөү башлана, ул 15 гидроагрегаттан тора. ГЭС ҡеүәте 5250 МВт тәшкил итәсәк[5][6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 93.
- ↑ Инструкция по передаче на картах географических названий арабских стран. — М.: Наука, 1966. — С. 22.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 7.
- ↑ Brücken über den Nil in Khartoum/Sudan 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. Dipl.-Ing. Gregor Gebert und Dr.-Ing. Andreas Reichelt, 2010, Seite 6, Auf: vsvi-mv.de (pdf; 14,2 MB)
- ↑ AFRICA 2013 выставка и конференция использования водных ресурсов и гидроэнергетики в Африке
- ↑ «Ethiopia: Nile Dam Project a Hydropower Hope, but Regional Sore Point», Africa: Allafrica.com, 2012, <http://allafrica.com/stories/201211260357.html?aa_source=acrdn-f0>
Һылтанмалар
- Нил, река в Африке // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ