Зәңгәр мәсет (Ереван)
Зәңгәр мәсет (әрм. Կապույտ մզկիթ, Капуйт мзкит, әзерб. Göy məscid (Күк мәсет), фарс. مسجد کبود (мәсжиде кәбүд)) — Ереван ҡалаһының йәмиғ мәсете.
1766 йылда урындағы Эриван ханлығында Хөсәйен Әли-хан төҙөткән. Мәсет майҙаны 7000 кв.м. Көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә 24 м манараһы бар, мәсеттә 28 павильон һәм китапхана урынлашҡан.[1]