Зөһрә (йондоҙ)
Астрономияла
Боронғо ғәрәптәрҙең космогоник ҡараштарына ярашлы, бер-береһе эсендә урынлашҡан ете күк сфераһы бар: беренсеһе — Ай, икенсеһе — Утарид (Меркурий), өсөнсөһө Зөһрә (Сулпан), дүртенсе Ҡояш, бишенсеһе — Маррих/Бахрам (Марс), алтынсыһы — Муштари (фарсы. مشتری: Юпитер) һәм етенсеһе — Кайван (Сатурн). Зөһрәне шулай уҡ Аҡ йондоҙ тип тә атайҙар[2].
Мифологияла
Риүәйәт буйынса, Зөһрә ғәжәп матур ер ҡыҙы була, уға фәрештәләр Һарут һәм Марут ғашиҡ була. Әммә ҡыҙҙың фәрештәләргә ҡарата хистәре булмай һәм тәүфиҡле була, шуға күрә ул фәрештәләргә мөнәсәбәттәшлек менән яуап бирергә теләгән булып юрамал ҡылана. Мөхәббәтенә алмашҡа ул уларҙан Алланың йәшерен исемен белә һәм, әйтеп, фәрештәләрҙе алдап, күккә күтәрелә. Күккә менгән Зөһрәне Алла ташламаған, ул уның матурлығына һәм диндарлығына һоҡланған, уны күк яҡтыртҡысы итә һәм, арфала уйнап, планеталар хоры менән идара итергә мәжбүр итә[3].
Зөһрә образы башҡорт халыҡ ижадында бар Ай ҡыҙы Зөһрә
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Шукра — Венера индустарҙа
Видео
- Башҡортса йәнһүрәт Ай менән Зөһрә
Иҫкәрмәләр
- ↑ См. Füzuli, M. Əsərləri 2020 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған. / Под ред. Т. Керимли. — Б. Şərq-Qərb, 2005. C.126
- ↑ Навои
- ↑ Хайям, 1970
Сығанаҡтар
- Алишер Навои. Примечания // Библиотека всемирной литературы. — Рипол Классик. — ISBN 545842803X.
- Омар Хайям. Глоссарий // Рубайат. — ОЛМА Медиа Групп, 1970. — ISBN 5224053471.