Иваньково күле
Иваньково[2][3][4] йәки Облуцкий[4] күле — Псков өлкәһе Дедовичский районы Пожеревицкий улусындағы күл. Судомский ҡалҡыулығында уроынлашҡан.
Иваньково күленең майҙаны — 1,6 км² (164,5 гектар, 1 утрауы — 166,0 гектар). Максималь тәрәнлеге — 7,0 м, уртаса тәрәнлеге — 3,0 метр[4].
Иваньково күле буйында: Серьгово, Иваньково, Заозерье, Облучье ауылдары урынлашҡан.
Күл ағар һыулы. Иваньково күле Шелонь йылғаһының ҡушылдығы булған Уза йылғаһы бассейнына ҡарай.
Күлдәге балыҡ башлыса — ҡорбан балығы. Балыҡтарҙың күпләп осраған төрҙәре булып ҡорбан, суртан, алабуға, сабаҡ, уклей, ҡыҙыл ҡанат, густера, юст, табан балыҡ, ҡарабалыҡ, шамбы, щиповка тора, һирәкләп ҡыҫалалар осрай[4].
Иваньково күленең ярҙары һөҙәк, ҡайһы бер урындарҙа текә, ярҙарында болон, баҫыу һәм йәшелсә баҡсалары урынлашҡан. Күлдең уртаһында ләм, ләм ҡатыш ҡом, литоралендә — ҡом, таш, ләмле ҡом, ағас төпһәләре[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Карта бите O-35-XXIV Дно. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1967 г.
- ↑ O картаһы-35-096-A 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған. Күләме: 1 500 м см.
- ↑ 1 2 3 4 5 Фонд водоёмов Псковской области (Excell) 2019 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған. (Сайт Государственного комитета Псковской области по лицензированию и природопользованию. Рыбный промысел / водные биоресурсы. Архивировано 22 май 2014 года. 2014 йылдың 22 май көнөндә архивланған.)