Ижтимағи-иҡтисади формация
Ижтимағи-иҡтисади формация — марксизмда — ижтимағи эволюция стадияһы, йәмғиәттең етештереү көстәре үҫешендәге билдәле бер баҫҡыс һәм иҡтисади етештереү мөнәсәбәттәренең шул баҫҡысҡа хас булған, уға бойондороҡло булған тарихи тибы менән һүрәтләнә[1]. Етештереү көстәренең үҫеш баҫҡыстары етештереү мөнәсәбәттәренең нәҡ уларға тап килгән тибы шарттарында ғына була[2]. Һәр формацияның нигеҙендә билдәле бер етештереү ысулы ята. Етештереү мөнәсәбәттәре тупланмаһы бирелгән формацияның асылын билдәләй. Формацияның иҡтисади базисын хасил иткән етештереү мөнәсәбәттәре системаһына сәйәси-юридик һәм идеологик өҫҡорма тап килә. Формация ҡоролошона иҡтисади мөнәсәбәттәр генә түгел, ә ошо йәмғиәттә йәшәгән кешеләр берлектәре (мәҫәлән, социаль төркөмдәр, милләттәр, халыҡтар һ.б.) араһындағы бөтә социаль мөнәсәбәттәр, шулай уҡ көнкүреш, ғаилә, йәшәү рәүеше формалары ла органик рәүештә берегә[3]. Йәмғиәт эволюцияһының бер стадиянан икенсеһенә күсеүенең төп сәбәбе булып етештереү көстәре менән етештереү мөнәсәбәттәре тибы араһында һыйышмаусанлыҡ барлыҡҡа килеүе тора.
Формациялар тураһындағы бәхәстәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Сәйәси экономияны тәнҡитләүгә ҡарата» (1859) тигән хеҙмәтендә Карл Маркс «иҡтисади ижтимағи формацияның прогрессив осорҙарын» айыра, ул осорҙар етештереүҙең ижтимағи ысулдары буйынса билдәләнә, ә улар араһында азиат, антик (ҡол биләүселек), феодаль һәм капиталистик ысулдары бар. Маркс ижтимағи-иҡтисади формацияларҙың тамамланған теорияһын эшләмәһә лә, уның фекерҙәрен дөйөмләштереп, совет тарихсылары (В. В. Струве һ.б.) Маркстың, хакимлыҡ иткән етештереү мөнәсәбәттәренә ҡарап, биш формацияны айырыуы тураһында һығымтаға килә:
- тәүтормош-община;
- ҡол биләүселек;
- феодаль;
- капиталистик;
- коммунистик.
Совет тарихсыһы В. П. Илюшечкин билдәләүенсә, Маркс, Гегель менән Сен-Симонға эйәреп, етештереү ысулдарын һәм формацияларҙы милек формаһына ҡарап билдәләгән, ләкин, икенсе яҡтан, капиталистик етештереү ысулын йәмғиәттәге етештереү көстәренең үҫеш баҫҡысы һәм был баҫҡысҡа тап килгән иҡтисади етештереү мөнәсәбәттәренең тибы буйынса — етештереү көстәренең машиналы үҫеш баҫҡысы һәм иҡтисади етештереү мөнәсәбәттәренең уға бәйләнгән өҫтәмә хаҡлы тибының даилектик берҙәмлеге итеп ҡараған. «Бындай аңлайышһыҙлыҡҡа юл ҡуйып, — тигән Илюшечкин, — ул Маркс нимә уйлағандыр»[4]. Илюшечкин иһә, Маркс логикаһына таянып, биш түгел, ә дүрт формацияны (феодаль һәм ҡол биләүселек формацияларын ул сословиелы-синыфлы берәүгә индерә, унда етештереү мөнәсәбәттәренең ҡулланыу-хаҡ тибы ҡул хеҙмәтенә тап килә) айырырға тәҡдим итә.
Совет тарихсылары оҙайлы бәхәстәр барышында Илюшечкин менән килешергә мәжбүр була [5].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Илюшечкин, 1996, с. 98
- ↑ Илюшечкин, 1996, с. 100
- ↑ В. И. Ленин, Полное собрание соч., 5 изд., т. 1, с. 138-39
- ↑ Илюшечкин, 1996, с. 111
- ↑ Крадин, 2008
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бугера В. Е. Сущность человека. — М.: Наука, 2005. — Гл. 2, 3. - ISBN 5-02-033820-6
- Илюшечкин В. П. Теория стадийного развития общества (история и проблемы). — М.: Издательская фирма «Восточная литература» РАН, 1996. — 406 с. — 700 экз.
- Крадин Н. Н. Проблемы периодизации исторических макропроцессов. // История и Математика: Модели и теории / Отв. ред. Л. Е. Гринин, А. В. Коротаев, С. Ю. Малков. — М.: ЛКИ/URSS, 2008. — С. 166-200. — ISBN 978-5-382-00950-6.
- Миненков Г. Я. Общественно-экономическая формация // Новейший философский словарь / Сост. А. А. Грицанов. — Мн.: Изд. В. М. Скакун, 1998. — 896 с. — ISBN 985-6235-17-0.
- Попов Михаил Васильевич (философ). Общественно-экономическая формация // Красное ТВ. — 6.10.2011.
- Семёнов Ю. И. Теория общественно-экономических формаций и всемирная история // Общественно-экономические формации. Проблемы теории. — М., 1978. — С. 55-89.
- Семёнов Ю. И. Марксова теория общественно-экономических формаций и современность. — 1998.
- Семёнов Ю. И. Производство общества // Социальная философия. Курс лекций. Учебник / Под ред. И. А. Гобозова. — М.: Издатель Савин С. А., 2003. — С. 147-160.