Изолиния
Изолиния | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Изоли́ния, йәки кимәл линияһы (функцияһы) (бор. грек. ισος — «тигеҙ, тиң») — картала, һыҙмала, схемала йәки графикта линияны сағылдырған шартлы билдәләнеш, уның һәр нөктәһендә үлсәнеүсе дәүмәл бер үк төрлө мәғәнәлә һаҡлана. Изолиниялар — ике үҙгәреүсән дәүмәлдең яҫылыҡта һанлы функцияһын күрһәтеү ысулы.
Изолиния төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Изоанемона — елдең бер төрлө уртаса йыллыҡ тиҙлеге линияһы.
- Изобаза — картала амплитудалары тигеҙ булған нөктәләрҙе һәм яңы тектоник хәрәкәттәрҙең йүнәлештәрен берләштергән линия.
- Изобара — бер төрлө баҫымлы изолиния:
- термодинамикала изобара — изобара процесы графигы;
- метеорологияла изобара — картала баҫымдың теге йәки был сиге менән тоташҡан өлкәне билдәлгән линия.
- Изобата — картала, йәки планда һыу ятҡылығының (күлдәр, диңгеҙҙәр) бер төрлө тәрәнлектәге нөктәләрен тоташтырған линия.
- Изогалина — география картаһында һыуҙың тоҙлолоғо бер төрлө булған нөктәләрҙе тоташтырыған линия.
- Изогиета — атмосферала яуым-төшөмдөң бер төрлө яуыуы изолинияһы.
- Изогипса (горизонталь) — бер төрлө бейеклектәр изолинияһы (ғәҙәттә топографик картала рельефты һүрәтләү өсөн ҡулланыла).
- Изогона — ниндәй ҙә булһа физик дәүмәлдәрҙе ориентирлау өсөн изолиния.
- Изодинама (изо … һәм грексанан dynamis — көс) — магнит карталарҙа ерҙең магнит яланының йәки уның составындағыларҙың (горизонталь, вертикаль һ. б.) тулы көсөргәнеше изолинияһы.
- Изотерма — бер төрлө температуралар изолинияһы:
- термодинамикала изотерма — изотермик процесс графигы;
- метеорологияла изотерма — картала теге йәки был температура сиге менән тоташҡан өлкәне билдәләгән линия.
- Изокванта — етештереү факторҙарына бәйле бер төрлө күләмдә продукт етештереү изолинияһы.
- Изокоста — бер төрлө дөйөм аҡсаға һатып алырға мөмкин булған етештереү факторҙары комбинацияһын күрһәткән линия.
- Изопахита — тау тоҡомдары ҡатламының бер төрлө ҡеүәттәре изолинияһы.
- Изотаха — елдең бер төрлө тиҙлеге изолинияһы (максималь елдәр картаһында).
- Изохора — бер төрлө күләмдәр изолинияһы.
Бергштрих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бергштрих — изолинияға перпендикуляр рәүештә үткәрелгән һәм ирекле осо менән изолиниялар менән билдәләнгән дәүмәлдең кәмей барыу йүнәлешенә күрһәткән һыҙыҡса (изогипс һәм изобат өсөн — ауышлыҡтың ҡайһы йүнәлештә түбәнәйеүенә ҡарап). Тәүҙә бергштрих ерҙең рельефын горизонталь һыҙыҡтар менән күрһәтеү, ауышлыҡтың йүнәлешен еңелерәк билдәләү өсөн ҡулланыла[1].
Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Градиент
- Изоповерхность
- Marching squares
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- На Викискладе есть медиафайлы по теме Contour lines
- Воейков А. И. Изолинии // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
- glossary.ru// Изолиния.