Илһан Чилер
Биографияһы
Чилер Илхан 1972 йылда Денизли ҡалаһында тыуған, Измир ҡалаһында үҫә[5]..
1979—1983 йылдарҙа Денизли Меркезефенди башланғыс мәктәбендә уҡый. Һуңынан 1983 йылдан 1990 йылға тиклем Измир шәхси колледжы студенты була[5].
Босфор университетында халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм политология фәндәрен өйрәнә. Швейцарияла Glion Hotel school ҡунаҡхана менеджменты мәктәбен тамамлаған[5].
Төрлө йылдарҙа Истанбул отелендә йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджер, яҙыусы, мөхәррир, тәржемәсе һәм әҙәби тәнҡитсе булып эшләй[5].
2017 йылдан ул Нидерландта йәшәй[6]. Condé Nast Traveller Türkiye журналының баш мөхәррире[5].
Төрөк һәм голланд ПЕН-клубтары ағзаһы. Ул хоҡуҡ һаҡлаусы булараҡ ҙур йәмәғәт эше менән шөғөлләнә. Һүҙ азатлығы, кеше хоҡуҡтары, Төркиә ҡатын-ҡыҙҙарының хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай. Төркиәлә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата өйҙә көс ҡулланыуға һәм хоҡуҡ сикләүҙәргә (дискриминация) ҡаршы көрәшә[7].
Ижады
Илхан үҙенең тәүге шиғырҙарын 10 йәшендә яҙа башлай. Колледжда уҡыған осорҙа үҙенең тәүге көндәлектәрен һәм театраль пьесаларын яҙа[5].
Уның әҙәби таланты Босфор университетында уҡыған ваҡытында бигерәк яҡшы сағыла, унда, үҙе әйткәнсә, ул «үҙ һүҙҙәре менән аңлы» хикәйәләр ижад итә башлай[5].
1993 йылда ул Йәшәр Нәби йәштәр премияһының «Мәшһүр хикәйә өсөн» наградаһына лайыҡ була[5].
Уның хикәйәләре, эссе, китаптарға рецензиялары, сәйәхәттәр тураһында мәҡәләләре һәм төрөк теленә тәржемәләре төрлө журналдарҙа һәм гәзит ҡушымталарында баҫылды[8].
2011 йылда ул «Һөргөн» («Изгнание») хикәйәләр йыйынтығы өсөн Европа Союзының әҙәбиәт өлкәһендәге Премияһы лауреаты булды. Китап, Бөйөк Британияны, Италияны, Францияны, Нидерландты һәм Мексиканы индереп, егерменән артыҡ илдә баҫыла[5]. Шулай уҡ «Изгнание» йыйынтығы Prix Du Livre Lorientales 2017 әҙәби премияһының шорт-битенә индерелдә[9].
15-тән ашыу милли һәм халыҡ-ара әҙәби антологияларға үҙенең өлөшөн индерҙе[9].
2005 йылда «1002 төнгө әкиәт» («1002 ночные сказки») йыйынтығында «Вульгата» («Vulgata») хикәйәһе баҫылды[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ Çiler İlhan // CONOR (словен.)
- ↑ https://vrouwenbibliotheek.nl/2018/02/02/verbannen-door-ciler-ilhan/
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Çiler İlhan (төр.). Türk Edebiyatı İsimler Sözlüğü (13 август 2021).
- ↑ 1 2 Sosyal medyada adalet arayan çaresiz çocuklarız (төр.). KARAR. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2023.
- ↑ Çiler Ilhan on Women’s Rights (билдәһеҙ). Platform for Peace and Justice (4 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2023.
- ↑ 1 2 Çiler İlhan — European Union Prize for Literature. web.archive.org (17 ғинуар 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2023.
- ↑ 1 2 3 4 5 Çiler İlhan | EU Prize for Literature. euprizeliterature.eu. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2023.