1774 йылдың ғинуарынан алып Иманғол Абрамов отряды Пермь провинцияһы территорияһында һуғыша. Мартта Салауат Юлаев етәкселегендәге отрядтар составында Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы (хәҙер — Свердловск өлкәһе Красноуфимск районы Урта Боғалыш) Боғалыш ауылы янында подполковник А. В. Папава етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[4].
Май айында шул уҡ даруға территорияһында хәрәкәт итә. Октябрь айында Өфө йылғаһының үрге ағымында Илсеғол Этҡолов һәм Салауат Юлаев менән берлектә баш күтәреүселәрҙең Екатеринбург ҡалаһына һөжүменә әҙерләүгә етәкселек иткән. 1774 йылды декабрь аҙағында Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында тотолған, һуңынан иреккә сығарылған. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[5][6]