Индигирка
Индиги́рка (саха Индигиир) — Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығышындағы йылға.
Гидроним
География
Оҙонлоғо — 1726 км, бассейн майҙаны — 360 мең км². Тамағында йыллыҡ һыу сығымы 58,3 км³ тәшкил итә.
Халкан һыртының төньяҡ битләүҙәрендә башланған Туора-Юрях (Хастах, Халкан йәғни Калкан — 251 км)[3] һәм Тарын-Юрях (63 км)[4] йылғаларының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Индигирка һәм Туора-Юрях йылғаларының дөйөм оҙонлоғо 1977 км тәшкил итә[3][5][6]. Үрге ағымында Инигирка йылғаһы Оймякон таулығында, төньяҡ-көнбайышҡа табан аға, артабан төньяҡҡа боролоп Черский һыртын киҫеп үтә. Һуңынан йылға уйһыулы тигеҙлек буйлап аға. Тамағынан 130 км алыҫлыҡта Индигирка дельта (майҙаны 5500 км²) барлыҡҡа килтереп тармаҡтарға бүленә. Көнсығыш Себер диңгеҙенә ҡоя.
Төп ҡушылдыҡтары: һулдан — Куйдусун, Кюэнте, Эльги, Селеннях, Уяндина, Аллаиха, Бёрёлёх; уңдан — Нера, Мома, Бадяриха.
Йылға буйындағы иң ҙур тораҡ пункттар: Оймякон, Усть-Нера, Хонуу, Белая Гора, Чокурдах.
Мома тамағынан алып суднолар йөрөшлө (1134 км). Төп пристандәре: Хонуу, Дружина, Чокурдах, Табор. Индигирка бассейнында алтын ятҡылыҡтары күп. Балыҡ тотоу кәсебе үҫешкән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Индигирка
- ↑ Справочный энциклопедический словарь. — Санкт-Петербург, 1847. — Т. 5. — С. 105.
- ↑ 1 2 Государственный водный реестр: Хастах (Торо-Юрях, Туора-Юрях, Калкан). государственного водного реестра. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
- ↑ Государственный водный реестр: Тарын-Юрях). государственного водного реестра. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
- ↑ Большие реки России 2010 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Государственный водный реестр: Индигирка. государственного водного реестра. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
Әҙәбиәт
- Рудич К. Н. Горы и ущелья Индигирки / Академия наук СССР. — М.: Наука, 1973. — 96 с. — (Настоящее и будущее Земли и человечества). — 22 000 экз. (обл.)
- Рудич К. Н. Река, разбудившая горы / Академия наук СССР. — М.: Наука, 1977. — 160 с. — (Научно-популярная серия). — 34 700 экз. (обл.)
- Панков А. С. Оймяконский меридиан. — М.: Мысль, 1979. — 176 с.
- Чикачёв А. Г. Русские на Индигирке: Историко-этнографический очерк / Отв. ред. д-р филол. наук А. И. Фёдоров; Рецензенты: д-р ист. наук Н. А. Миненко, кандидаты ист. наук Ф. Ф. Болонев, Ф. И. Зыков. Институт истории, филологии и философии; Сибирское отделение АН СССР.. — Новосибирск: Наука, Сибирское отд-ние, 1990. — 192 с. — (Страницы истории нашей Родины). — 25 000 экз. — ISBN 5-02-029623-6. (обл.)
Топографик карталар
R-55-V,VI | R-56-I,II | |||
R-55-XI,XII | ||||
R-55-XV,XVI | R-55-XVII,XVIII | |||
R-55-XXI,XXII | ||||
R-55-XXVII,XXVIII | ||||
R-55-XXXI,XXXII | R-55-XXXIII,XXXIV | |||
Һылтанмалар
- Индигирка — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Индигирка в «Словаре современных географических названий» 2008 йылдың 20 апрель көнөндә архивланған.
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ