Инициатив бюджетлау

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Инициатив бюджетлау — граждандарҙың инициативаһына таянған һәм урындағы мәсәләләрҙе хәл итер өсөн бюджет сығанаҡтары тотонолған практикалар йыйылмаһы. Граждандар урындағы бюджет аҡсаларын ниндәй объекттар йәки саралар өсөн тотонасағын туранан-тура тауыш биреү менән билдәләй[1].

Ҡулланылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2017 йылда Рәсәйҙең 43 төбәгендә бюджет сәйәсәте ошо йүнәлештә үҙгәртелә башланы. Төбәктән-төбәккә программалар һәм методикалар, граждандарҙың ҡатнашыу юлдары һәм тормошҡа ашырылыу ысулдары үҙгәрә ала. Инициатив бюджетлау тигәндә башлыса иғтибар ителәсәк мәсьәләләр:

— маҡсат — бюджет аҡсаларының һөҙөмтәле тотонолоуы;

— граждандар проекттарҙы билдәләүҙә әүҙем ҡатнаша: йыйылыштар, интернет-форумдар һ.б.;

— урындағы власть органдары проекттарҙы билдәләүҙә һәм тормошҡа ашырылыуҙа ҡатнаша һәм ғәҙәттә проекттар муниципаль милектәге объекттарҙа башҡарыла;

— билдәле процедуралар һәр кемгә асыҡ һәм аңлашылырлыҡ;

— башҡарыу тураһындағы отчет йәмғиәтҡә асыҡ булырға тейеш[2].

Башҡортостанда инициатив бюджетлау Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы (Программа поддержки местных инициатив) менән 2014-се йылда пилот рәүешендә Урал аръяғы райондарында башлана. Әле Башҡортостанда ике инициатив бюджетлау программаһы эшләй: Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһы һәм «Реаль эштәр» проекты. Ике программа пилот рәүешендә тормошҡа ашырыла: «Башҡорт ихатаһы» һәм «Беҙҙең ауыл». Стратегия-2030 йүнәлешендә тағы алты инициатив бюджетлау программаһын башлау планлаштырылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. И. Е. Шульга, В. В. Вагин, Г. Н. Хачатрян и др. Инициативное бюджетирование. Российский опыт в области участия граждан в решении вопросов местного значения. — Алекс Москва, 2017. — С. 22. — 124 с. — ISBN 978-5-9618-0089-0.
  2. Сергей Козловский. Российские власти учатся привлекать граждан к распределению денег, BBC (13 июля 2016).