Иптәштәр суды
Иптәштәр суды |
Иптәштәр суды — Советтар Союзында 1961-1990 йылдарҙа һайлап ҡуйыла торған ижтимағи орган, ул йәмғиәткә зыян килтерә торған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм тәртипһеҙлектәрҙе киҫәтеү өсөн булдырылған. Саҡырып һөйләшеү, йәмәғәт йоғонтоһо яһау юлы менән эш иткән. Улар ҡасаба, ауыл, йорт идаралығы, урам, предприятиелар (эре предприятиятиеларҙа — цехтар), коллектив хужалыҡтар кимәлендә эш алып барған.
Советтар Союзында иптәштәр судтары дәүләт суд органдарына өҫтәмә булараҡ булдырылған[1].
СССР[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Советтар Союзында иптәштәр судтары йәмәғәт-иптәштәр хөкөмө рәүешендә булдырылған[1].
Иптәштәр судтары территориаль йәки хеҙмәт коллективтарында, уҡыу йорттарында, йәшәгән урындарҙа һайлап ҡуйылған. Судтың составы һәм һаны ирекле булған, эш йәмәғәт башланғысында алып барылған.
Иптәштәр судтары хеҙмәт тәртибен боҙоу, эштәрҙе сифатһыҙ башҡарыу, дәүләт һәм йәмәғәт милкен ҙур булмаған кимәлдә урлау, мыҫҡыллы һүҙ әйтеү, административ хоҡуҡ боҙоу, йәмәғәт урындарында эсеү кеүек ваҡ эштәрҙе ҡараған. Иптәштәр судтары граждандар араһындағы 50 һумға тиклем милек буйынса бәхәстәрҙе ҡарай алған.
Иптәштәр суды тәртип боҙоусыларға ҡарата ошондай ҡарарҙар сығара алған: йәмәғәт алдында ғәфү үтенеү, киҫәтеү, 50 һумға тиклем штраф һалыу. Хеҙмәт дисциплинаһын боҙған осраҡтарҙа иптәштәр суды предприятие етәкселеге алдынада ғәйеплене әҙерәк түләнгән эшкә күсереү мәсьәләһен ҡуя алған.
Иптәштәр суды ғәйептәр ауырыраҡ булған осраҡтарҙа материалдарҙы ярашлы органдарға йүнәлтә алған.
Иптәштәр судтары күпме таралғанлығы статистиканан күренә. 1982 йылдың 1 ғинуарына 540000 кеше йәшәгән Кишинёвта 700 иптәштәр суды булған, уларға 5400 кеше һайланған булған.
Башҡа илдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иптәштәр судтары төрлө формала совет власына тиклем дә эшләп килгән. Мәҫәлән, Наполеон армияһында офицер составының асыҡ әйтмәй генә йоғонто яһауы ярҙамында һалдаттар араһында судһыҙ хөкөм (самосуд) киң таралған булған[2].
Иптәштәр суды сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кино:
- «Афоня»
- «Зигзаг удачи»
- «Усатый нянь»
- «Амнистия (фильм)|Амнистия»
- «Большая перемена»
- «Бриллиантовая рука»
Әҙәбиәт:
- Братья Стругацкие «Хромая судьба»
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Намыҫ суды[3]
Тарихи документтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Декрет СНК РСФСР от 5 апреля 1921 г. Положение о дисциплинарных товарищеских судах.
- Постановление ВЦИК и СНК РСФСР от 27 августа 1928 г. О товарищеских судах на фабрично-заводских предприятиях, в государственных и общественных учреждениях.
- Постановление ВЦИК и СНК РСФСР от 20 февраля 1931 г. О производственно-товарищеских судах на фабриках и заводах, в государственных и общественных учреждениях и предприятиях.
- Приказ НКО СССР от 15 апреля 1938 г № 92 — приказ о создании товарищеских красноармейских судов
- Приказ НКО СССР от 17 января 1939 г № 8 — приказ о введении в действие положений о товарищеских судах в РККА
- Указ Президиума Верховного Совета РСФСР об утверждении Положения о товарищеских судах и Положения об общественных советах по работе товарищеских судов
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филиппов Е. И. Комментарий к Положению о товарищеских судах. — М., 1972.
- Товарищеские суды. — М., 1974.
- Филиппов, Е. И. Общественно-товарищеское судопроизводство в СССР. — Ростов-на-Дону: Издательство Ростовского университета, 1979. — 190 с.