Иренсәскә
Иренсәскә (лат. Stachys) — иренсәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Таралышы
Яҡынса 300 төрө билдәле; Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа, бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Һаҙ иренсәскәһе — йылға, күл буйында, ер аҫты һыуҙары сыҡҡан урында, ҡыуаҡлыҡта; шифалы һәм урман иренсәскәһе — урманда һәм урман ситендә, ҡыуаҡлыҡта; бер йыллыҡ иренсәскә — аҡланда, сиҙәмдә, сәсеүлектә, юл ситендә; төҙ иренсәскәдалала, эзбизле һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә; республиканың бөтә биләмәһендә таралған.
Ботаник яҙма
Йәйелеүсән тамырһабаҡлы бер һәм күп йыллыҡ үлән йәки бәләкәй ярым ҡыуаҡ. Һабағы 4 ҡырлы, төҙ, һирәгерәк бөгөлгән, ябай йәки осонда тармаҡлы, 10—120 см бейеклектә. Япрағы оҙонса ланцет, оҙонса йомортҡа, таҫма рәүешендә, осло, һаплы, нигеҙе ныҡ беленгән йөрәк рәүешендә. Сәскәһе аҡ, һары, алһыу, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә, өҙөк башаҡ барлыҡҡа килтереүсе ялған суҡтарға йыйылған. Каса япрағы 5 тешле, тажының өҫкө ирене батынҡы йәки торҡа рәүешендә, аҫҡыһы 3 айырсалы, урталағыһы эре. Һеркәстәре 4, аҫҡылары оҙон. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремаға) бүленеүсе ценобий.
Файҙаланылыуы
Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Һаҙ иренсәскә — баллы үҫемлек, төҙ иренсәскә — ағыулы үҫемлек.
Иҫкәрмәләр
- ↑ По данным сайта GRIN (см. карточку растения).
- ↑ Сведения о роде Stachys в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT). (инг.)
Әҙәбиәт
- Иренсәскә — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2009)
- Чистец // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Никифоров Ю.В. Алтайские травы-целители. — Горно-Алтайск: Юч-Сумер – Белуха, 1992. (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2009)
- Киоринг О. Э. Род 1281. Чистец — Stachys // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редактор тома Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1954. — Т. XXI. — С. 194—237. — 703 с. — 3000 экз.
Һылтанмалар
- Иренсәскә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Чистец 2007 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған. в Энциклопедии растений Агбина (Тикшерелеү көнө: 15 декабрь 2009)
- Чистец в Энциклопедии декоративных садовых растений (Тикшерелеү көнө: 13 ноябрь 2009)