Исламова Лилиә Иҙрис ҡыҙы
Исламова Лилиә Иҙрис ҡыҙы (рус. Исламова Лилия Идрисовна; 18 март 1954 йыл) — нефролог-табип, йәмәғәтсе. 1978 йылдан Дәүләкән район үҙәк дауаханаһы терпаевы, 2001—2016 йылдарҙа — баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Биографияһы
Лилиә Иҙрис ҡыҙы Исламова 1954 йылдың 18 мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Уртатау ауылында тыуған[1].
1972 йылда урта белем алғандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Был юғары уҡыу йортон «дауалаусы-табип» һөнәре буйынса 1978 йылда тамамлай[1].
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо уҡ йылда Дәүләкән район үҙәк дауаханаһында терапевт булып башлай. 1979 йылдан кардиология бүлеге терапевы, 1984 йылдан — район үҙәк дауаханаһы поликлиникаһының участка терапевы була[1].
1985—1988 йылдарҙа — район үҙәк дауаханаһы баш табибының дауалау буйынса урынбаҫары, 2001—2016 йылдарҙа Дәүләкән район үҙәк дауаханаһының баш табибы[1][2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[1]
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Большая биографическая энциклопедия. Исламова, Лилия Идрисовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 май 2024)
- ↑ Государственное бюджетное учреждение здравоохранения Республики Башкортостан Давлекановская центральная районная больница. Официальный сайт. История развития здравоохранения Давлекановского района (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 май 2024)
- ↑ Совет Муниципального района Давлекановский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 май 2024)
- ↑ Проект «Депутаты». Исламова Лилия Идрисовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 май 2024)
- ↑ Общественное движение «Союз женщин Республики Башкортостан», официальный сайт. Советы женщин. Давлекановский район (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 май 2024)