Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Ғилми исеме | профессор |
Тыуған көнө | 1 июль 1957 (67 йәш) |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, терапевт |
Тыуған урыны |
Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы (1 июль 1957 йыл) — ғалим-терапевт, фармокология маркетологы, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003)[1]. Рәсәй Фәндәр Академияһының мөхбир- ағзаһы, генераль директор, иммунобиологик препараттар етештереүҙе ойоштороу һәм уларҙың технологияһы кафедраһы мөдире, «Ремедиум» журналының баш мөхәррире[2], Пирогов ордены кавалеры (2022)[3]
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Айҙар Айрат улы Ишмөхәмәтов 1957 йылдың 1 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. И. М. Сеченов исемендәге 1‑се Мәскәү медицина институтын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ хеҙмәт юлын башлай. 2001 йылдан алып лаборатория мөдире[1].
- 1985 йыл — медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе бирелә;
- 2001 йыл — медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе бирелә;
- 2002 йыл — дарыу сараларының әйләнеше өлкәһендә идаралыҡ итеүҙе ойоштороу кафедраһы доценты;
- 2003 йыл — дарыу сараларының әйләнеше өлкәһендә идаралыҡ итеүҙе ойоштороу кафедраһы профессоры;
- 2016 йыл — Рәсәй Фәндәр Академияһының (РФА) ағза-корреспондент итеп һайлана[4].
Эш урыны — «М. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшкәртеү федераль ғилми үҙәге» федераль дәүләт бюджет учреждениеһы, генераль директор[4].
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙарҙы дауалағанда иммунология проблемаларына, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу моделдәрен, дарыу әйләнеше өлкәһендә маркетинг һәм мәғлүмәт технологияларын эшләүгә арналған. Ишмөхәмәтов А. А. ревматоид артрит менән ауырығандарҙа иммун статусы боҙолоуын һәм плазмаферезға ҡарата индивидуаль һиҙгерлекте билдәләү ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
Төп фәнни ҡаҙаныштары:
1. Ревматоид артрит менән ауырығандарҙа иммун статусы боҙолоуын һәм плазмаферезға ҡарата индивидуаль һиҙгерлекте билдәләү ысулдарын эшләй һәм дауалау практикаһына индерә.
2. Фармацевтика тармағының көнүҙәк хәлен сағылдырған мәғлүмәти-аналитика системаларҙы төҙөүҙең уникаль ысулдары булдырыла.
3. Дарыу саралары әйләнеше өлкәһендә берҙәм мәғлүмәт мөхитен булдырыу буйынса төп принциптар формалаштырыла һәм нигеҙләнә.
4. Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һағы министрыүлығы Дәүләт контроле органдарының Берҙәм мәғлүмәт-эҙләү системаһы эшләнгән.
5. Дарыу сараларының Дәүләт реестры төҙөлгән һәм нәшер ителгән.
6. "Рәсәй Фәндәр Академияһының М. П. Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм эшкәртеү буйынса федераль ғилми үҙәк"те үҫтереү концепцияһын тәҡдим итә. Был концепция инновацион препараттарҙы булдырыуҙың фәнни, технологик һәм етештереү аспекттарын берләштереү мөмкинлеген бирә. Һөҙөмтәлә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә байтаҡ вирустарға ҡапшы вакциналар эшләү мөмкинлеге тыуа[5].
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фармацевтические рынки в едином экономическом пространстве. М., 2005 (авторҙаш.);
- Фармацевтические рынки стран Содружества: Россия, Белоруссия, Казахстан, Украина. М., 2006 (авторҙаш);
- Фармацевтический маркетинг. М., 2007.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пирогов ордены(2022) [3]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт энциклопедияһы — Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы 2020 йылдың 28 июнь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 июнь 2020)
- [2](недоступная ссылка)
- [3]
- Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы 2019 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.
- [4]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Ишмөхәмәтов Айҙар Айрат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ https://www.med-sovet.pro/jour/pages/view/chiefeditor
- ↑ 3,0 3,1 15.07.2022 й. 456-сы һанлы Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы
- ↑ 4,0 4,1 [1]
- ↑ http://www.remedium-journal.ru/authors/detail.php 2019 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.