Иҫәнғолов Илдар Хәмзә улы

Иҫәнғолов Илдар Хәмзә улы (4 апрель 1958 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Отставкалағы подполковник. Журналист. 2020 йылдан «Дим сауҙа базаһы» ҡулланыусылар кооперативы советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының 5-се, 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013, 2023 йылдан)[1].

undefined

Биографияһы

Илдар Хәмзә улы Иҫәнғолов 1958 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1975 йылда хеҙмәт юлын Белорет металлургия комбинатында буяусы булып башлай.

1980—1990 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә командир вазифаһында хеҙмәт итә. 1992—2012 йылдарҙа Белорет ҡалаһының «Экспресс» автотранспорт предприятиеһы директоры, «Социаль гарантиялар фонды» йәмәғәт хәрәкәте советы рәйесе, төбәк бүлексәһе башҡарма директоры, «Кеше хоҡуҡтары өсөн» Дөйөм Рәмәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан Республикаһында эксперт төркөмө етәксеһе була.

2012 йылда — «Вся Уфа» телеканалында алып барыусы. 2012—2019 йылдарҙа — «Союз-право» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт директоры урынбаҫары, «Дознание» программаһы авторы һәм алып барыусыһы.

2019—2020 йылдарҙа — Башпотребсоюз идаралығы начальнигы. 2020 йылдан — 2020 йылдан «Дим сауҙа базаһы» ҡулланыусылар кооперативы советы рәйесе[1].

Белеме

Силәбе юғары хәрби автомобиль инженер училищеһын, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университетын тамамлай[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Белорет район советы депутаты була. 2013 йылда 5-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. 2023 йылдан — 7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждан йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы[2].

Ғаиләһе

Күп балалы атай — Иҫәнғоловтар ғаиләһендә дүрт ул тәрбиәләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • СССР Оборона министрлығының «За трудовую доблесть» миҙалы
  • СССР Оборона министрлығының I дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
  • СССР Оборона министрлығының II дәрәжә «Өлгөлө хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш минитсрлығының Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесенең рәхәмәте[1].

Иҫкәрмәләр