Бөгәрсә

Бөгәрсә, бөгәрсәй, йомро сабаҡ (лат. Leuciscus leuciscus, рус. Елец) — сазандар ғаиләһендәге йылға балығы.

Ҡылыҡһырлама

Ҙур булмаған йылға балығы. Төбө ҡомло йәки ағып ятҡан күлдәрҙә тереклек итә. Ғәҙәттә, һыу төбөндә көтөүе менән йөрөй. Ҡырсын ташлы, ҡомло ярҙарҙа, тал-тирәк ҡуйы үҫкән инештәрҙә осрай. Үтә күренмәле таҙа һыуҙарҙы ярата.

Туҡланыуы

Бөгәрсә һыуҙағы зоопланктон, шулй уҡ һыуға төшкән себен-серекәйҙәр, ләмдәге ҡыҙыл ҡорт менән туҡлана. Яҙын бүтән балыҡтар сәскән ыуылдырыҡтар менән ауыҙ итеүҙән баш тартмай.

Үҙе ыуылдарыҡтарын март аҙағында, апрель баштарында сәсә. Ыуылдырыҡтары үтҡән йылдағы ылымыҡтарҙа, таштарҙа йәбешеп ҡала.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар