Йондоҙло төн
«Йондоҙло төн» (нидерл. De sterrennacht) — 1889 йылдың июнендә яһалған нидерланд рәссамы Винсент ван Гогтың картинаһы. 1941 йылдан алып Нью-Йорк ҡалаһының Хәҙерге заман сәнғәт музейында һаҡлана.
Тарих
«Йондоҙло төн» картинаһы Ван Гогтың төнгө күк йөҙөнөң тәүге эше булмай — 1888 йылда Арль ҡалаһында ул «Рона өҫтөндәге йондоҙло төн» картинаһын яһай. Ван Гог йондоҙло төндө рәсем көсөнөң миҫалы булараҡ һүрәтләргә теләй, был реаль донъяға ҡарағанда ғәжәберәк тәбиғәт барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Хаттарының береһендә ул буласаҡ картинаһының сюжеты хаҡында яҙа — кипаристар менән йондоҙло төн һәм бәлки бешкән бойҙай өҫтөнән картинаһы. Сен-Ремила «Йондоҙло төн» картинаһын төшөрөп Ван Гог үҙенең ниәтен тормошҡа ашыра. Бының тураһында ул үҙенең ҡустыһы Теодорусҡа былай итеп яҙа: «Мин һаманда дингә мохтаж. Һуңыраҡ мин төндә өйҙән сыҡтым һәм йондоҙҙар төшөрә башланым».
Әҙәбиәт
- Vincent van Gogh : March 30th—July 29th 1990. — Milan: Mondadori, 1990. — ISBN 88-242-0023-0.
Һылтанмалар
- Подробное описание на портале «Искусство Ван Гога» 2015 йылдың 24 июль көнөндә архивланған.
- Описание картины
- «Звёздная ночь» в «Арт-проекте» Гугла