Йоҡластар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Йоҡластар (лат. Gliridae, йәки лат. Myoxidae, (рус.  Соневые ) —кимереүселәр отрядынан имеҙеүселәр ғаиләһе. 15 төрө билдәле, Евразия һәм Африкала таралғандар. Ҙур йоҡластар (Glis glis), баҡса йоҡластары (Eliomys quercinus), урман йоҡластары (Dryomys nitedula), сәтләүек йоҡластары (Mus¬cardinus avellanarius) аҙ һанда ҡалған.

Киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙың яҡшы үҫкән ҡыуаҡлыҡтарында, баҡсаларҙа һәм парктарда йәшәйҙәр. Иң ҙурыһы − ҙур йоҡластар, кәүҙәһе 13-15 см, ҡойроғо 11-12 см оҙонлоҡта, 110-135 г ауырлыҡта; иң кескенәһе − сәтләүек йоҡластар, кәүҙәһе 9 см-ҙан артмай, ҡойроғо 7 см, ауырлығы 20 г-ға яҡын. Һырты көрән-ҡыҙғылт (баҡса йоҡластар), көрән-һоро (ҙур йоҡластар), охра-ерән (сәтләүек йоҡластар), һорғолт йә иһә һарғылт-ҡыҙғылт (урман йоҡластар), аҫты - һарғылт-аҡһыл. Баҡса йоҡластарның морононан күҙе һәм ҡолағы аша ҡара тап һуҙылған. Ҡолаҡтары кескенә, яланғас. Аяҡтары ҡыҫҡа, тырнаҡтары үткер. Күбеһенең ҡойроғо оҙон төктәр менән ҡапланған. Барлыҡ йоҡластар кис һәм төндә актив. Ағас ҡыуыштары улар өсөн йәшенеү урыны булып хеҙмәт итә. Ҡайһы ваҡыт ағас ботаҡтарынанда, ҡыуаҡтарҙа оя яһай йәки башҡа ҡоштарҙың ояларын файҙалана. Баҡса йоҡластар йыш ҡына йорт ҡоролмаларына оялай. Ҡышын 7-8 айға һуҙылған тирән йоҡоға тала (исеме шунан), ул ваҡытты ер аҫты өндәрендә үткәрә, уларҙы үҙҙәре ҡаҙа йәки кимереүселәр һәм һуҡыр сысҡандарҙың өнөнән файҙалана. Ҙур йоҡластар, бер нисәһе бергә йыйылып, ағас ҡыуышлыҡтарында ҡышлай.

Ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙың емеш һәм орлоҡтары менән (шул иҫәптән имән сәтләүеге, сәтләүек, еләк) туҡлана. Аҙыраҡ хайуан аҙығын (бөжәктәр, ваҡ имеҙеүселәр, ҡайһы ваҡыт кескенә ҡоштарҙың йомортҡаларын һәм балаларын) ашай. Инә заттар йыл һайын һәр береһендә 2−8 бала булған 1−2 оя бала килтерә. Йоҡластар 5 йылға яҡын йәшәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]