Йылҡыбай

Йылҡыбай (урыҫ. Елкиба́ево) — Өфө ҡалаһы ҡала округы составындағы ауыл. Өфө ҡалаһы ҡала округының Калинин районына буйһонған Федоровка ауыл советына ҡарай. (1992 йылдан[2]).

2002 йылда ауыл халҡы 28 кеше тәшкил итә, башлыса урыҫтар.

Тарихы

2007 йылдан башлап Калинин районында ҡала ер участкаларының яҡынса 2650 гектар майҙанында Йылҡыбай — Федоровка — Самохваловка торлаҡ районы төҙөү планлаштырылған[3]. Өфөлөләргә яңы биҫтәлә урамдарға исем уйларға тәҡдим ителгән[4].

Урамдары

Ауылда ике урам булған[5].

Гусар урамы

Эшлекле урамы менән киҫешкән урында башлана, артабан көньяҡ-көнбайышҡа табан бара (250 м тирәһе), һуңынан йүнәлешен төньяҡҡа бора (430 м тирәһе), һуңынан тағы төньяҡ-көнбайышҡа табан борола. Урамдың оҙонлоғо яҡынса 890 м.

Эшлекле урамы

Икенсе шишмәгә параллель йүнәлештә бара. Урам башында Гусар урамы менән киҫешә. Урамдың оҙонлоғо 720 м самаһы.

Урамға исем рәсми рәүештә 1995 йылдың 29 ноябрендә бирелгән[6]

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. ПОСТАНОВЛЕНИЕ Совета Министров РБ от 17.04.92 № 100 (ред. от 19.10.92) "О ПЕРЕДАЧЕ ХОЗЯЙСТВ УФИМСКОГО РАЙОНА В АДМИНИСТРАТИВНЫЕ ГРАНИЦЫ Г. 2013 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған.
  3. ПОСТАНОВЛЕНИЕ главы администрации городского округа г. Уфа РБ от 12.04.2007 № 1799 «О РАЗРАБОТКЕ ПРОЕКТА ПЛАНИРОВКИ ЖИЛОГО РАЙОНА ЕЛКИБАЕВО — ФЕДОРОВКА — САМОХВАЛОВКА» 2014 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.
  4. Жители Башкортостана могут придумать названия новым улицам Уфы — башинформ.
  5. Администрация городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Список наименований улиц городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2013 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
  6. РЕШЕНИЕ Президиума Уфимского городского Совета РБ от 29.11.95 № 10/19 "О НАИМЕНОВАНИИ УЛИЦ В НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТАХ ФЕДОРОВСКОГО СЕЛЬСКОГО СОВЕТА КАЛИНИНСКОГО РАЙОНА Г.(недоступная ссылка)

Категориялар