Йәсмин
Ботаник яҙма
Мәңге йәшел ҡыуаҡ. Зәйтүн ағасы һымаҡтар ғаиләһенә керә. Ап-аҡ сәскәләрн хуш еҫле, һулый башлағанда аҙ ғына ҡыҙғылт төҫкә керә. Эре сәскәле ғәрәп йәсминен өйҙә үҫтерәләр. Һары йәсмин һыуыҡтарҙы ауыр кисерә, эҫе ҡояшта ла бирешә. Эрерәк аҡ сәскәле ялбыр(махровый) йәсминдең ҡайһы бер төрҙәрен баҡсасылар Башҡортостанда ла үҫтерә. Үрмәләп үҫкән йәсминдәр ҙә бар.
Төрҙәре
Ике ярымшарҙың йылы бүлкәттәрендә, субтропик бүлкәтте керетеп, барлығы 197 төрө билдәле.
Киң таралған төрҙәре:
- Һары йәсмин (Jasminum fruticans L.), йәки Ҡыуаҡлы йәсмин
- Италия һары йәсмине (Jasminum humile L.)
- Бормалы йәсмин (Jasminum revolutum)
- Аҡ йәсмин (Jasminum officinale L.), йәки дарыу йәсмине
Әҙәбиәт
- Ғаилә календары. 2012 йыл. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «КИТАП» нәшриәте, 2011 йыл.
- Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф. С. Мурзакаев, 2001)
- Жасмин // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Ядовитые свойства жасмина 2009 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.