Йәшел ағас йылан (йыл)

Йәшел ағас йылан (рус. Зелёная деревянная змея)— Ҡытай календары буйынса 2025 йыл символы.

Йылан йылы 2025 йылдың 29 ғинуарында башланып, 2026 йылдың 16 февралендә тамамлана[1].

Йылан йылы

Ҡытай йондоҙнамәһендә һәр йыл бер хайуанға тура килә. Хайуан биш элементтың: металл, ағас, һыу, ут, ер — береһе менән бәйле булыуы мөмкин. Йәғни 12 йылға бер тапҡыр алмашлып килеүсе элементтарҙың береһенә тура килгән хайуан йылы килә. Барлығы 60 төрлө комбинация булыуы ихтимал. Шулай итеп, Ҡытай йондоҙнамәһендә цикл 60 йылға бер тапҡыр алмашына[2].

Йылан йондоҙнамәнең 12 йыллыҡ циклында алтынсы урында тора һәм[1]:

  • металл (аҡ) йылан;
  • ағас (йәшел) йылан;
  • һыу (зәңгәр) йыланы;
  • ут (ҡыҙыл) йыланы;
  • ер (һары) йыланы була ала.
Года по китайскому календарю.jpg

Бығаса булған йылан йылдары

Шулай итеп, бынан алда йәшел ағас йылан 1965 йылда була[3].

Символ тураһында

Ҡытай мәҙәниәтендә йылан тәбиғәт көсөнөң символы тип һанала, был хайуандарға ихтирам менән ҡарайҙар[2]. Китайскую богиню Нюйва изображают с телом змеи и головой человека[4]. Мифология буйынса «Шань хай цзин» китабында биҙәүес сифатында йылан тағып йөрөгән илаһтар тасуирламаһы осрай.

Йыланға аҡыл, зирәклек, хәйлә, һиҙгерлек һәм тоғролоҡ хас[5].

2025 йыл символының төҫө һәм стихияһы (йәшел, ағас) көнсығышта үҫеште һәм даими өҫкә үрләүҙе кәүҙәләндерә.

Елочные украшения.jpg

Йәшел ағас йылан йылын ҡаршылау йолалары

Йәшел ағас йылан йылын ғаилә йәки яҡын дуҫтар менән ҡаршылайҙар.

Ғәҙәт булараҡ, йәшел ағас йылан йәшел, ҡыҙыл, һары (алтын), һоро, ҡара төҫтәрҙе үҙ итә[6]:

Кейемде сейлән, пайетка, сигеү, стразалар менән биҙәргә тәҡдим ителә.

Йортто биҙәү өсөн һалҡын төҫтәр ҡулланыла[6], шулай уҡ йылан тиреһе кеүек ялтырап торған мишураға өҫтөнлөк бирелә[1].

Байрам өҫтәленә деликатестар: ит, балыҡ, диңгеҙ продукттары, йомортҡа, сырҙар ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Зеленая Деревянная Змея - символ 2025 года по восточному календарю (4 октябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  2. 1 2 Зеленая Деревянная Змея. Что нужно знать о символе 2025 года (16 сентябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  3. Анна Луговая. Каким будет следующий год Змеи по китайскому гороскопу: характеристики и описание знака (17 октябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  4. Нюйва — создательница человеческих существ. www.epochtimes.ru (9 апрель 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2024.
  5. Зеленая деревянная змея - символ 2025 года: что важно знать о главном символе. 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.
  6. 1 2 Екатерина Козлова. Принесет удачу: каким будет 2025 год Зеленой Деревянной Змеи (9 ноябрь 2024). 13 ноябрь 2024 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Проничева И. А. Роль культурной коннотации в адаптации семантики заимствованных образов в русской лингвокультуре (на примере 12 знаков по восточному календарю) // Тульский научный вестник. Серия История. Языкознание. 2020. № 3.
  • Чжан Цзиньлэй, Непомнящих Е. А. Текстологическая специфика гороскопов (на материале русского и китайского языков) // Евразийский Союз Учёных. 2020. № 4-9.
  • Цзя Хуэйминь Лунный календарь и знаки зодиака в повседневной культуре Китая // Манускрипт. 2016. № 7-1 .
  • Цзя Хуэйминь Китайские новогодние праздники по лунному календарю в повседневной культуре современного Китая // Общество: философия, история, культура. 2016. № 8.

Һылтанмалар

Категориялар