Наҙыяҙ
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Дим йылғаһы башынан Бочкарёвка ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201312111100025004
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102500
- Бассейн коды — 10.01.02.013
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Этимологияһы
Топонимдар белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор Рәшит Шәкүр «Киске Өфө» гәзитендәге «Ерҙең тере хәтере» тигән мәҡәләһендә гидронимдың килеп сығышын былай тип аңлата:
«Шишмә районында, Келәш менән Ар ауылдары араһында, автомобиль юлы Наҙыяҙ тигән бер үҙән аша үтә (уның шишмәһе Димгә барып ҡушыла). Карталарға ул урыҫса, һүҙ башында К хәрефе менән, Казыяз булып инеп киткән. Шунан сығып, юл буйындағы күрһәткескә башҡортсаһын да Ҡаҙыяҙ тип яҙып ҡуйғандар. Был атаманың дөрөҫ әйтелешен мин Ҡараяҡуп ауылындағы оло кешеләрҙән һорашып яҙып алдым, Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә лә ул нәҡ ана шул Наҙыяҙ формаһында телгә алына. Шуның өсөн дә хатаны, әлбиттә, төҙәтергә кәрәк»[3]
.
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры: Казияз.
- ↑ Рәшит Шәкүр «Ерҙең тере хәтере»
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ