Каменск-Уральский (станция)

Каменск-Уральский — Свердловск өлкәһе Каменск-Уральский ҡалаһында урынлашҡан Свердловск тимер юлының үҙәк тимер юл станцияһы.

Екатеринбург, Богданович, Шадринск (артабан — Ҡурған), Чурилово (артабан Силәбе-Үҙәк, Силәбе-Көньяҡҡа табан) йүнәлештәре киҫелешендә урынлашҡан.

Тарихы

Островская станцияһы 1885 йылдың 6 декабрендә Төмән тимер юлы Каменск тармағының (Богданович станцияһынан) аҙаҡҡы станцияһы булараҡ асылған. Урал тау сәнәғәте тимер юлы начальнигы Н. Д. Островский хөрмәтенә аталған булған. 1904 йылда Синара станцияһы тип үҙгәртелә.

undefined
undefined

1913 йылда Синара- Шадрин тармаҡтары буйынса хәрәкәт асылған. 1917 йылда Синара — Бәғерәк тармаҡтары төҙөлгән.

«Урал — Ҡурған» магистрален һалғанда ике саҡрым көнсығыштараҡ яңы Синара 2 станцияһы төҙөлгән. 1932 йылда Свердловск — Синара, 1933 йылда Синара — Ҡурған линияһы буйынса хәрәкәт асылған[2].

1940 йылда Синара — Чурилов тимер юл линияһы сафҡа индерелгән[3][4].

1963 йылда Синара станцияһы ҡала исеменә ярашлы — Каменск-Уральский тип атала башлай.

1971 йылда станцияға даими электр тогы үткән, ә 1972 йылдың 28 декабрендә Свердловск ҡалаһынан Каменск-Уральскиға электропоездар даими йөрөй башлаған.

Вокзалы

Станция вокзалына нигеҙ 1952 йылда һалынған тип иҫәпләйҙәр. Вокзал бинаһының проектлаусыһы — А. И. Лоскутов[5]

Пассажир поездары хәрәкәте

Станция аша алыҫ араға йөрөүсе пассажир поездары (тиҙ һәм пассажир) һәм ҡала яны поездары йөрөй.

Ҡала яны хәрәкәте

2016 йылдан станцияға тиклем Екатеринбург — Каменск-Уральский «Ласточка» экспресс поезы йөрөй[6].

2020 йылдан станция аша Екатеринбург — Ҡурған «Ласточка» экспресс поезы йөрөй[7] Рейс 2003 йылдан йөрөтөлә, уны быға тиклем юғары уңайлыҡлы электропоездар башҡарған.

Алыҫ юл хәрәкәте

2020 йылға станция аша алыҫ юлға йөрөгән поездар хәрәкәте графигы:

Йөк ташыу хәрәкәте

Станцияла бер нисә юл паркы бар, сортлау таусығы йыһазландырылған.

Станция аша Урал яны төньяғынан, Урал һәм Урал аръяғынан (Ҡурған, Силәбе, Силәбе-Үҙәк, Силәбе-Көньяҡ) көньяҡ йүнәлештә һәм кире яҡҡа йөк поездары үтә. Шулай уҡ регламентланған юл эштәре башҡарғанда Ҡурған менән Силәбе араһында тура йүнәлеш булараҡ файҙаланыла.

Иҫкәрмәләр

  1. http://osm.sbin.ru/esr/esr:795100
  2. Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 99. ISBN 5-98518-004-2
  3. Сведения о железных дорогах общего пользования с 1918 по 1990 гг. (В 1940 г. введены в эксплуатацию участки) 2015 йылдың 2 апрель көнөндә архивланған. / Статья на сайте «ИСТорические МАТериалы».
  4. Казаков А. Л. и др. Уральский исток Транссиба: история Южно-Уральской железной дороги // Челябинск: Авто Граф. — 2004. — 408 с. С. 104. ISBN 5-98518-004-2.
  5. Архитектура железнодорожных вокзалов Урала 1920—1950-х годов https://uniip.ru/wp-content/uploads/2018/04/05_4_2017.pdf
  6. Поезд Ласточка — Екатеринбург — Челябинск — расписание 2016 год 2016 йылдың 5 декабрь көнөндә архивланған., Сайт поезда Ласточка (ПАО «РЖД»).
  7. Электропоезда "Ласточка" выйдут на маршрут Екатеринбург - Курган с 1 апреля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2020.

Әҙәбиәт

Каменск-Уральский краеведческий музей им. И. Я. Стяжкина. — Екатеринбург: Академкнига, 2002. — 1