Караев Алексей Борисович

Караев Алексей Борисович (рус. Караев Алексей Борисович1954 йылдың 28 апреле, Екатеринбург) — Рәсәй режиссёр-мультипликаторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1997). РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1990).

Биографияһы

Алексей Борисович Караев 1976 йылдың 28 апрелендә Свердловск ҡалаһында тыуған. 1976 йылда Свердловск архитектура институтын тамамлай (дизайн һөнәре буйынса). 1976—1979 йылдарҙа Ғилми-тикшеренеү техник эстетикаһы институтында дизайнер булып эшләйа. 1979—1981 йылдарҙа ВГИК эргәһендәге Юғары сценаристар һәм режиссерҙар курсында уҡый/ 1982 йылдан алып — Свердловск киностудияһы режиссеры һәм аниматоры.

Свердловск киностудияһы анимация берекмәһенең иң билдәле оҫталарының береһе, педагог. ХХ быуаттың 80-сы йылдарҙағы иң яҡшы мультфильмы — «Рәхим итегеҙ!» мульфильмының ҡуйыусы режиссеры. 2002 йылдан алып Урал дәүләт архитектура институтының графика һәм анимация кафедраһы профессоры.

1993 йылда Караев Алла Германовна Сладкевичтың «Learn English! Инглиз телен өйрәтеү!» исемле дәреселегндә рәссам-иллюстратор булараҡ ҡатнаша[1].

2002 йылдан Урал дәүләт сәнғәт университетының профессоры һәм графика һәм анимация кафедраһы мөдире[2].

2024 йылдың 28 апрелендә А. Б. Караев үҙенең 70 йәшен билдәләй[3].

2024 йылдың сентябрендә Караев графикаһының «Кино алдынан» шәхси күргәҙмәһе үтә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (30 май 1997 йыл) — сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн[5]

РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1990).

А. Б. Караев — күп һанлы халыҡ-ара анимация фестивалдәре лауреаты[6].

1982 — «Лихой капитан» — Гран-при, МКФ, Потсдам (1983);

1983 — «Кот в колпаке» — Тбилиси, Свердловск, Рязан ҡалалары йәш кинематографистар фестивале дипломанты;

1986 — «Добро пожаловать!» — (Гран-при, МКФ, Лос-Анджелесңе (1989), 1-се приз, МКФ, Оттава (1988), РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы (1990);

1987 — «Жильцы старого дома» — Гран-при, МКФ Бург Ан Бресс (1991), 1-се приз, МКФ, Оттава (1990);

1989 — «Сничи» — 2-се приз, МКФ, Лос-Анджелес;

1994 — «Как вам это понравится» — приз, «Крок-95» МКФ , «Золотая рыбка» МКФ (1995), 1-се Таруса анимация фестивале (1996).

Фильмографияһы

Режиссер

  1. 1982 — Лихой капитан
  2. 1984 — Кот в колпаке
  3. 1984 — Воробьишко
  4. 1986 — Добро пожаловать!
  5. 1987 — Жильцы старого дома
  6. 1989 — Сничи
  7. 1992 — Я вас слышу
  8. 1994 — Как вам это понравится (Шекспир: Великие комедии и трагедии)
  9. 2001 — Фельдмаршал Пулькин. Макаронина
  10. 2003 — Фельдмаршал Пулькин. По комарам!
  11. 2008 — Тарантелла

Сценарист

  1. 1984 — Кот в колпаке
  2. 1987 — Жильцы старого дома
  3. 1989 — Сничи
  4. 1992 — Я вас слышу

Аниматор

  1. 1985 — Кутх и мыши
  2. 1987 — Бескрылый гусёнок

Документаль кино

Алексей Караев «Анимация донъяһы йәки донъя анимацияһы» (2001) документаль фильмында төштө.

Иҫкәрмәләр

  1. Сладкевич, Алла Германовна. "Learn English! Учите английский язык!". — Екатеринбург: Банк культурной информации, 1993. — 192 с. — ISBN 5-85865-013-9.
  2. Кафедра графики и анимации. УрГАХУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  3. Алексей Караев. Биография. Кино-Театр.РУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  4. Хроника музейной жизни. Литературный музей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  5. Указ Президента Российской Федерации от 30 мая 1997 года № 539 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2018. Архивировано 31 август 2018 года. 2018 йылдың 31 август көнөндә архивланған.
  6. Караев Алексей Борисович. Биография и призы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2014. Архивировано 4 март 2016 года.

Әҙәбиәт

  • Сергей Капков. Энциклопедия отечественной мультипликации. — М.: Алгоритм, 2006. — С. 305—306. — 816 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-9265-0319-4. .
  • Лариса Малюкова. Свердловская школа и киностудия «А-фильм» // СВЕРХкино. Современная Российская анимация. — СПб.: Умная Маша, 2013. — С. 122—126. — 368 с. — (Ассоциация анимационного кино). — ISBN 978-5-9904193-1-5.

Һылтанмалар