Касаи
Каса́и — Конго йылғаһының ҡушылдығы, Үҙәк Африка буйлап аға.
Йылғаның инеше Анголала урынлашҡан, артабан йылға Ангола һәм Конго Демократик Республикаһы илдәре араһында сик барлыҡҡа килтерә, артабан Конго Демократик Республикаһы буйлап аға һәм Конгоға Киншаса ҡалаһы янында ҡоя. Иң ҙур ҡушылдыҡтары — Фими, Кванго һәм Санкуру. Фими ҡушылған урынынан Конго йылғаһына тиклемге Касаи йылғаһының ҡыҫҡа өлөшө Ква йылғаһы исеме аҫтында билдәле.
Һыу сығымы 5 000 — 20 000 м³/с.
Касаи йылғаһының бассейнын башлыса экваториаль дымлы джунглиҙар биләй.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Arnaud Georges, Les mines de diamant du Congo Belge, dans Annales de Géographie, 1925, t. 34, no 187, p. 90-91. (фр.)
- Jean Mpisi, Rapport final de la conférence provinciale sur la reconstruction: province du Kasai Occidental, Kananga, 6-12 janvier 1998, L'Harmattan, 2008. (ISBN 9782296064744) (фр.)
Һылтанмалар
Рувики.Медиала Река Касаи темаһы буйынса медиафайлдар бар.