Катков Алексей Алексеевич
Катков Алексей Алексеевич (2 ғинуар 1944 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Ишембай үҙәк дауаханыһы баш табибы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.
Биографияһы
Катков Алексей Алексеевич 1944 йылдың 2 ғинуарында Ҡаҙағстандың Кокчетав өлкәһендә тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1966 йылда Омск медицина институтын (хәҙергә Омск дәүләт медицина академиһы) тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1966 йылда медбрат булып башлай. Омск медицина институтын тамамлағас Пермь өлкәһендә хирург булып эшләй. 1969 йылдан Башҡорт АССР-ы Ишембай үҙәк дауаханыһында анестезиолог, хирург, баш табип булып эшләй. 1988 йылдан транспорт машина төҙөлөшө заводында медик-социаль часының баш табибы. [1] Ишембай ҡалаһы 88-се Промысла һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. [2]
Ҫаиләһендә ике ҡыҙ үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104