Ҡылыҡһырлама
Күгәрсен ҙурлығында. Һырты күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы һорғолт аҡ, башында елкәһенә төшөп торған бүрке бар. Ҡыҫҡа суҡышлы, аяҡтары ҡара. Беҙҙең яҡтағы башҡа сарлаҡтарҙан ҡара аяҡтары һәм тауышы менән айырыла. Тауышы яғымлы ғына: «ке-иек», ҡурҡҡанда йәки тынысһыҙланғанда: крррек-кррррек".
Тереклек итеүе
Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Башлыса ҡомло утрауҙарҙа, аулаҡ урындарҙа оялай.
Туҡланыуы
Һыуҙан алыҫта, яландарҙа, далаларҙа туҡлана, күпләп бөжәктәрҙе, бигерәк тә сиңерткәләрҙе ҡыра, һирәкләп балыҡ та ашай. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.
Үрсеүе
Көрән таплы һарғылт ҡабыҡлы 3 бөртөк йомортҡаһы була.
Әҙәбиәт
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 50-се бит.
Һылтанмалар
- http://birds.krasu.ru/index.php?f=species&ids=188 Птицы Средней Сибири
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:РУВИКИ:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |