Кесе Колаба
Географияһы
Кесе Колаба утрауы шулай уҡ Әбей утрауы булараҡ билдәле, ул Һиндостанда Мумбаи ҡалаһын тәшкил иткән ете утрауҙың береһе һәм Иҫке Бомбейҙың тарихи өлөшө булып тора.
Колаба исеме португалдар килгәнгә тиклем утрауҙа йәшәгән ерле халыҡтың Kolabhat колис телендәге һүҙҙән килеп сыҡҡан[2]. Колаба тип аталған территория башта ике утрауҙан: Колаба һәм Кесе Колаба (йәки Әбей утрауы) утрауынан торған.
Колаба утрауы Бомбейҙың ете утрауының береһе булған, уның менән португалдар идара иткән. Португалия Кесе Колаба утрауына бер нисә тиҫтә йыл, уны 1762 йылда Урта Колабала Изге Причастие сиркәүенә португал милеген һаҡлап ҡалыу шарты менән инглиздргә тапшырғанға тиклем хужа була. 1838 йылда төҙөлгән Колаба дамбаһы һуңғы утрауҙы Бомбейҙың материк өлөшө һәм Колаба утрауы менән тоташтыра[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Stephen Meredyth Edwardes. The Rise of Bombay: A Retrospect. — Cambridge University Press. — P. 292. — ISBN 978-1-108-14407-0.
- ↑ Google Groups. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ Gillian Tindall. City of Gold: The Biography of Bombay. — Penguin Books India, 1992. — P. 27–. — ISBN 978-0-14-009500-5.